Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
30 Октября 2025, 08:19

Стәрлетамаҡ ҡыл ҡәләм оҫталарын йыйҙы

25 августан 7 сентябргә тиклем Башҡортостанда “Башҡортостандың йәнле төҫтәр палитраһы” Бөтә Рәсәй пленэры үтә. Сара Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән республикабыҙҙың уникаль тәбиғәте һәм мәҙәни мираҫынан илһам алып ижад итеүсе 11 профессиональ рәссамды берләштерҙе.

Стәрлетамаҡ ҡыл ҡәләм оҫталарын йыйҙыСтәрлетамаҡ ҡыл ҡәләм оҫталарын йыйҙы
Стәрлетамаҡ ҡыл ҡәләм оҫталарын йыйҙы

Стәрлетамаҡта тәүге тапҡыр уҙғарылған был матур сарала Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан килгән рәссамдар – Ҡазан ҡалаһынан Гөлназ Әҙһәмова һәм Вәсил Заһретдинов, Пензанан Евгений Гололобов, Дмитрий Сысоев, Череповецтан Антон Иоганн, Углич ҡалаһынан Дмитрий Кузнецов, Яр Саллынан Ләйсән Вәлиуллина, Чебоксар ҡалаһынан Викентий Лукиянов, Һамар ҡалаһынан Владимир Башкиров, Стәрлетамаҡтан Вәғиф Абдуллаев менән Алексей Черный ҡатнашты. Ҡыл ҡәләм оҫталарын Картиналар галереяһында ҡурай моңдары аҫтында ҡаршы алдылар.

Кәңәшмәлә рәссамдар пленэрҙан алған һәм Башҡортостан тураһындағы тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Дмитрий Кузнецов, башҡорт пейзаждарының ҡыҫҡалығын билдәләне, шулай уҡ, ул Стәрлетамаҡтың индустриаль күренештәрен булдырыу менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин үҙ йәһәтендә пленэрҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, төбәктең мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Проекттың инициаторы Рафаэль Мифтахов пленэр йыл һайын уҙғарылыр һәм Башҡортостанда туризм үҫешенә булышлыҡ итер тигән ышаныс белдерҙе. Ул шулай уҡ проектта ҡатнашыу өсөн һәләтле рәссамдарҙы йәлеп итеүҙә ярҙам иткәне өсөн рәссам Евгений Гололобовҡа рәхмәт әйтте.

– Беҙ алдыбыҙға бер юлы бер нисә маҡсат ҡуябыҙ, тине Рафаэль Мифтахов. – Был – Башҡортостан тәбиғәтенең үҙенсәлеген сағылдырған эштәр коллекцияһын булдырыу ҙа, илебеҙҙәге рәссамдар араһында профессиональ бәйләнештәрҙе үҫтереү ҙә, һынлы сәнғәт аша Башҡортостандың туристик йәлеп итеүсәнлеген формалаштырыу ҙа, ҡалабыҙҙың мәҙәни картаһында яңы тартыу нөктәһен булдырыу ҙа.

Стәрлетамаҡ картиналар галереяһы директоры Лилиә Әхмәтова сарала ҡатнашыусыларға үҙ эштәрен галереяла ҡуйырға тәҡдим итте.

Рәссамдар ун көн дауамында Башҡортостандың матур урындарын: шихандарҙы, Толпар ауылын, “Нарыҫтау” туристик комплексын, Таш-Аҫты, Миәкә районындағы, шулай Стәрлетамаҡтың тарихи урындарын барып күрҙе. Беҙҙә һәр тау, йылға, һәр ялан, урманға бәйле легендалар бар. Башҡортостан тәбиғәтенең хозур һәм бай мәҙәни мираҫынан әҫәрләнгән ҡыл ҡәләм оҫталары, ошо риүәйәттәрҙән рухланып, үҙҙәренең яңы картиналарын яҙҙы.

Ижади эштәрҙе йомғаҡлау күргәҙмәһе 5 сентябрҙә Гагарин исемендәге паркта булды, ул шулай уҡ матбуғат кәңәшмәһе менән тамамланды.

“Башҡортостандың тере палитраһы” пленэры – ул ябай художестволы сара ғына түгел, ә иһә һынлы сәнғәтте һәм Башҡортостан Республикаһында мәҙәни туризмды үҫтереү өсөн яңы перспективалар асыусы мөһим мәҙәни проект булып тора.

Беҙгә рәссамдарҙың республикабыҙҙағы хозур тәбиғәт буйлап ун көнлөк сәйәхәте аша уларҙың эштәрен үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, тәбиғәт ҡосағында  эшләү һөҙөмтәләрен баһалау мөмкинлеге тейҙе.

Төп ваҡиғалар Стәрлетамаҡ картиналар галереяһында, Башҡортостандың матур урындарында пленэрҙар – тәбиғәт ҡосағында, тәбиғи яҡтылыҡта һүрәт төшөрөү булһа, 6 сентябрҙә Картиналар галереяһында рәссамдарҙың эштәре күргәҙмәһен асыу менән тамамланды.

Роза САФИНА.

Фотолар "Галактика" күңел асыу төркөмө сәхифәһенән.

Стәрлетамаҡ ҡыл ҡәләм оҫталарын йыйҙы
Стәрлетамаҡ ҡыл ҡәләм оҫталарын йыйҙы
Стәрлетамаҡ ҡыл ҡәләм оҫталарын йыйҙы
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас