Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Октябрь 2025, 09:37

Тифлокомментатор – кешене мәғлүмәт менән осраштырыусы

Театрҙарҙарҙағы тифлокомментарийҙар: “Сәнғәт, фән һәм спорт” фондының “Айырыуса ҡараш” программаһының грант конкурсы еңеүселәре асыҡланды. Улар араһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры ла бар!

Тифлокомментатор – кешене мәғлүмәт менән осраштырыусыТифлокомментатор – кешене мәғлүмәт менән осраштырыусы
Тифлокомментатор – кешене мәғлүмәт менән осраштырыусы

Театрҙарҙарҙағы тифлокомментарийҙар: “Сәнғәт, фән һәм спорт” фондының “Айырыуса ҡараш” программаһының грант конкурсы еңеүселәре асыҡланды. Улар араһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры ла бар!

Ойоштороусылар барлығы илдең 45тән ашыу ҡалаһы театрҙарынан 78 заявка алған. Гранттың төп маҡсаты булып тифлокомментарийҙар хеҙмәтен үҫтереү һәм күреү һәләте боҙолған кешеләргә визуаль контентҡа тигеҙ инеү мөмкинлеген биреү тора.

Стәрлетамаҡ, Мәскәү, Төмән, Екатеринбург, Түбәнге Тагил, Иркутск, Астрахань һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан 20 театр еңеү яулаған.

Улар эксперттарҙан үҙ театрында тифлокомментарийҙы артабан тормошҡа ашырғандары, шулай уҡ финанслауҙа бағыусылар йәлеп иткәндәре өсөн юғары баһа алалар.

Был юлы конкурс яңы форматта үткән. Унда барлыҡ театрҙар ҙа: бер ваҡытта ла үҙ майҙансыҡтарында тифлокомментарийҙар ҡулланмағандар ҙа, күреү һәләте боҙолған кешеләр өсөн постановкаларҙы ябайлаштырып, программанан ярҙам алғандар ҙа ҡатнашҡан.

“Ағымдағы йыл беҙҙең программа өсөн үҙенсәлекле булды. Беҙ тифлокомментарий хеҙмәттәрен үҫтерергә ярҙам иткән тотороҡло һәм һөҙөмтәле проекттарҙы асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә көс һалып, театрҙарҙа тефлокомментарийҙы ойоштороуға конкурсты тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға ҡарар иттек. Заявкаларҙа беҙ күреү һәләте боҙолған кешеләр өсөн ҡулай сәнғәт проблемаларына иғтибарҙы ваҡытлыса йәлеп итеү генә түгел, ә уларҙы Рәсәй төбәктәре театрҙарының һәм мәҙәни өлкәләренең көндәлек тормошона индереүҙе нығытыу һәләтенә эйә булған театрҙарҙың оҙайлы башланғыстарын күрергә теләнек. Яңы форматтағы грант конкурсы һөҙөмтәләре Рәсәй театрҙарының спектаклдәрҙең уңайлылығын арттырыу ғына түгел, ә халыҡтың бөтә категориялары өсөн дә асыҡ мәҙәни киңлекте формалаштырыуға булышлыҡ итеү теләген күрһәтеүенә шатбыҙ”, — тип билдәләне программа етәксеһе Владимир Плехов.

Ярҙам алған театрҙарҙың береһе Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры булды. Ул бик күп йылдар дауамында тифлокомментарийҙарҙы үҫтереү буйынса эш алып бара. Ағымдағы йылда булған ҡуйылыштар йәш тамашасылар өсөн Зиннур Сөләймәновтың “Алдар и царевна Несмеяна” спектакле, шулай уҡ Әлфинур Ғәзимованың “Жизнь за други СВОя” патриотик спектакле менән тулыланған.

“Беҙҙең театр “Сәнғәт, фән һәм спорт” хәйриә фонды тарафынан ойошторолған “Айырым ҡараш” программаһы грантында дүртенсе миҙгел рәттән ҡатнаша. Был ваҡыт эсендә алты спектакль яраҡлаштырылды һәм күреү һәләте боҙолған 750 тамашасы ҡабул ителде. Беҙҙең өсөн күреү һәләте боҙолған һәм насар күргән кешеләргә спектаклдәргә йөрөү, йәмәғәт һәм мәҙәни тормошҡа ҡушылыу мөмкинлеген биреү мөһим һәм программаға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ”, — тип билдәләне театрҙың художество етәксеһе, халыҡ артисы Илхам Рәхимов.

Сәнғәт донъяһына күреү һәләте насар булған тамашасылар тифлокомментаторҙар ярҙамында сума. Белгестәр сәхнәлә барған бөтә нәмәне лә: декорациялар, хәрәкәттәр һәм актерҙар костюмдары, эффекттарҙы ентекле тасуирлай. Тифлокомментатароҙарҙың күптәре өсөн яраҡлаштырылған ҡуйылыштарҙы уҙғарыу – ғәҙәти эшкә ҡарағанда күпкә ҡәҙерлерәк.

“Минең өсөн тифлокомментарий - ул миссия һәм яратҡан эшем. Программа гранты ярҙамында аудитория ғына түгел, театр репертуары ла киңәйә”, — тип аңлатма бирә тифлокомментатор Татьяна Резяпкина.

Бөтә еңеүсе театрҙарға ла алдан ҡуйылған мобиль ҡушымта менән тифлокомментарийҙы үткәреү өсөн ҡорамалдар тапшырыласаҡ, ә ҡуйылыштар тураһында мәғлүмәт “Айырым ҡараш” мәғлүмәт порталындағы афишала урынлаштырыласаҡ.

“Айырым ҡараш” Рәсәйҙә мәҙәни сараларҙың күреү һәләте боҙолған һәм насар күргән кешеләр өсөн ҡулай булыуы өҫтөндә әүҙем эш алып бара. Программа гранттары ярҙамында ил музейҙарында экспонаттарҙың күсермәләре барлыҡҡа килә, ә театрҙарҙа һәм цирктарҙа ҡуйылыштарҙы тифлокомментарийҙар менән тәьмин итәләр. Конкурстар үткәргән ваҡытта программа бөтә Рәсәй буйынса 170тән ашыу театрға һәм 100 музейға ярҙам күрһәткән.

Әлфиә МАНСУРОВА.

Фотолар Стәрлетамаҡ башкорт дәүләт театр-концерт берләшмәһе тарафынан бирелде.

Тифлокомментатор – кешене мәғлүмәт менән осраштырыусы
Тифлокомментатор – кешене мәғлүмәт менән осраштырыусы
Тифлокомментатор – кешене мәғлүмәт менән осраштырыусы
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас