Ашҡаҙар
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2025, 15:07

Стәрлетамаҡта 15 миллиард һумға анилин етештереү буйынса яңы завод төҙөләсәк

"Анилинпром" компанияһы республика Башлығы Радий Хәбировҡа Стәрлетамаҡтың "Алға" махсус иҡтисади зонаһында заманса производство булдырыу проектын тәҡдим итте.

Стәрлетамаҡта 15 миллиард һумға анилин етештереү буйынса яңы завод төҙөләсәк
Стәрлетамаҡта 15 миллиард һумға анилин етештереү буйынса яңы завод төҙөләсәк

Предприятие йылына 60 мең тонна анилин сығарасаҡ, 104 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Етештереү өсөн сеймалды "Газпром нефтехим Салауат" заводынан килтереү планлаштырыла, ә әҙер продукцияны полиуретан, бензинға өҫтәмәләр һәм резина-техник изделиелар сығарыуға йүнәлтәләр.
Проект "Яңы материалдар һәм химия" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм илдең технологик суверенитетына булышлыҡ итәсәк. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы производствоны урынлаштырыуҙа һәм дәүләт ярҙамы сараларын алыуҙа ярҙам күрһәткән.

 

Стәрлетамаҡта 15 миллиард һумға анилин етештереү буйынса яңы завод төҙөләсәк
Стәрлетамаҡта 15 миллиард һумға анилин етештереү буйынса яңы завод төҙөләсәк
Автор: Гүзәл Рәмиева
Читайте нас