Ашҡаҙар
-27 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2025, 12:12

ТӨЙМӘ ТЕГЕП, АҒАС ЮНЫП ӨЙРӘНЕЛӘ ҘУР ТОРМОШҠА...

Өлкәнерәк быуын хәтерләйҙер, мәктәптә хеҙмәт дәрестәрен көтөп ала инек: ҡыҙҙар үҙҙәре тәүге тапҡыр тәмлекәстәр бешереп ҡыуанды, малайҙар иһә ағастан һындар яһаны, хатта трактор йөрөтөргә өйрәнде. Шул дәрестәрҙә беҙ ҙур тормошҡа һабаҡ алдыҡ. Ә әле нисек үтә һуң хеҙмәт дәрестәре? Ҡыҙыҡһыныу бармы? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп Н.И. Суханов исемендәге 33-сө мәктәпкә йүнәлдек. Тәжрибәле һәм абруйлы уҡытыусы Анна БАРЫЧЕВА менән хеҙмәт дәрестәре һәм уның әһәмиәте хаҡында әңгәмәбеҙ.

ТӨЙМӘ ТЕГЕП, АҒАС ЮНЫП ӨЙРӘНЕЛӘ ҘУР ТОРМОШҠА...
ТӨЙМӘ ТЕГЕП, АҒАС ЮНЫП ӨЙРӘНЕЛӘ ҘУР ТОРМОШҠА...

Анна Валентиновна, сағыштырмаса хеҙмәт дәрестәре ҙур үҙгәрештәр кисерҙеме икән?

– Эйе, хеҙмәт (технология) дәрестәре бик күп үҙгәрештәр кисерҙе. Беренсенән, бөгөнгө көндә хеҙмәткә ҡарата бөтә йәмғиәттәге мөнәсәбәт үҙгәрҙе тип әйтер инем. Элек, мәҫәлән, ойоҡ йә бейәләй бәйләмәнеңме — тимәк һин өшөйһөң. Ул ваҡытта тегеү, бәйләү һәм башҡа ҡул эштәре йәшәйеш өсөн бик мөһим булды, бөгөнгө көндә был актуаль түгел, һәм балалар ҙа быны аңлай. Шуның өсөн ҡиммәттәр үҙгәрә, дәрестәрҙә ҡайһы бер бүлектәрҙе үҙләштереү туҡтатыла.

Икенсенән, малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн программа берҙәм булды, тема һәм бүлектәр бер үк, йәғни малайҙар кулинарияны, тегеү эшен, һәм шулай уҡ ҡыҙҙар конструкцион материалдар, мәҫәлән, ағас эшкәртеү кеүек дәрестәрҙе үҙләштерергә тейеш. Дәрестәр һаны шул уҡ ҡалды, ә темалар күбәйҙе, улар робот техникаһына һәм башҡа инновацион темаларға бағышланды. Һәм беҙ ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бөтә темаларҙы ла үҙләштерергә тейешбеҙ.

Хеҙмәт дәресе әле лә шулай уҡ мөһим һәм көнүҙәк булып ҡаламы?

– Әлбиттә, сөнки ҡайһы бер балалар үҙҙәре артынан йыйыштыра ла белмәй. Һәм ғөмүмән технология дәресе программаһының маҡсаты – балаларҙы кеше эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәре менән таныштырыу. Был киләсәктә уларға һөнәр һайлағанда ярҙам итәсәк. Кемдер әйтә, был миңә оҡшамай, мин бының менән шөғөлләнергә уйламайым ти, ә кемдер мәктәптән үк үҙенең яратҡан маҡсатына ынтыла һәм ошо йүнәлештә үҫешә. Мәҫәлән, бына беҙҙең Ләйлә Хәсәноваға дәрестәр бик окшай, бигерәк тә дизайнерлык эшмәкәрлеге. Ул хеҙмәт буйынса республика этабы призеры.

Икенсенән, күреп тораһығыҙ, бөгөн ябай эшселәргә ҙур ҡытлыҡ тыуҙы. Ә бит буласаҡ эшсе һөнәрҙәргә нәҡ хеҙмәт дәрестәрендә орлоҡ һалына. Малай-ҡыҙҙар үҙҙәрен оҫта программалаусы итеп кенә тоймай, ә, мәҫәлән, матур итеп һындар эшләргә, оҫта итеп күлдәк тегергә һәләтле икәнен аңлай. Улай ғына ла түгел, нәҡ дизайнер, модельйер, инженер һөнәрҙәре лә беҙҙең дәрестәрҙә башлана тип иҫәпләйем.

– Һеҙ күптән түгел “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булдығыҙ һәм юғары награданы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе тапшырҙы. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, артабан да уңыштар!

– Рәхмәт. Был һөнәр буйынса 1987 йылдан алып эшләһәм дә дөрөҫөн әйткәндә, ошондай юғары исемгә лайыҡ булырмын тип уйламаған инем. 7емдән генә әйтмәйем, республика етәкселеге тарафынан хәҙер ғөмүмән хеҙмәт, георграфия, хәүефһеҙлек дәрестәренә, уҡытыусыларына иғтибар артты. Был дөрөҫ тә, сөнки заман шуны талап итә: беҙгә патриотизм һәм хеҙмәткә һөйөүҙе нығытырға кәрәк, юҡһа һуңлауыбыҙ ҙа бар.

Иғтибар тигәндән, беҙҙең ҡалала, мәктәптә лә был аныҡ һиҙелә. Әйтәйек, ағымдағы йылда беҙ ҡорамалдар һатып алдыҡ, сөнки техника туҙа, дәрестәр үткәреү өсөн кәрәк-яраҡтар ҙа бик күп талап ителә.

Кешенең лайыҡлы йәшәһен өсөн хеҙмәт һөйөү бик мөһим. Ул беҙҙе йәшәү рәүеше менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, шәхси үҫешебеҙгә лә булышлыҡ итә – шуны иҫтә тотайыҡ!..

Әңгәмәне Гүзәл РӘМИЕВА ҡорҙо.

Автор фотоһы.

ТӨЙМӘ ТЕГЕП, АҒАС ЮНЫП ӨЙРӘНЕЛӘ ҘУР ТОРМОШҠА...
ТӨЙМӘ ТЕГЕП, АҒАС ЮНЫП ӨЙРӘНЕЛӘ ҘУР ТОРМОШҠА...
ТӨЙМӘ ТЕГЕП, АҒАС ЮНЫП ӨЙРӘНЕЛӘ ҘУР ТОРМОШҠА...
ТӨЙМӘ ТЕГЕП, АҒАС ЮНЫП ӨЙРӘНЕЛӘ ҘУР ТОРМОШҠА...
ТӨЙМӘ ТЕГЕП, АҒАС ЮНЫП ӨЙРӘНЕЛӘ ҘУР ТОРМОШҠА...
ТӨЙМӘ ТЕГЕП, АҒАС ЮНЫП ӨЙРӘНЕЛӘ ҘУР ТОРМОШҠА...
ТӨЙМӘ ТЕГЕП, АҒАС ЮНЫП ӨЙРӘНЕЛӘ ҘУР ТОРМОШҠА...
ТӨЙМӘ ТЕГЕП, АҒАС ЮНЫП ӨЙРӘНЕЛӘ ҘУР ТОРМОШҠА...
Автор: Гүзәл Рәмиева
Читайте нас