Ашҡаҙар
-27 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2025, 12:08

Яңы биҫтә – яңы мөмкинлектәр

Алдағы йылдарҙа ҡаланың көньяҡ-көнбайыш районы үҙгәрәсәк. Бында “Радужный” биҫтәһе төҙөлә башлай. Ул ковид-госпиталь рәтендә урынлашасаҡ. Төҙөүсе булып “Риком” дәүләт компанияһы сығыш яһай.

Яңы биҫтә – яңы мөмкинлектәр
Яңы биҫтә – яңы мөмкинлектәр

Был юиҫтә ҡаланың иң заманса һәм уңайлы райондарының береһе булырға вәғәҙә итә. 185 гектарҙан ашыу майҙанда комплекслы төҙөләсәк, йәғни күп фатирлы йорттарҙан мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, сәнғәт мәктәбе, физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм башҡа социаль объекттар, парктар һәм скверҙар барлыҡҡа киләсәк. 15 йыл эсендә ҡаланың был өлөшөндә 760 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы 58 күп фатирлы йорт төҙөү планлаштырыла.

— Төҙөлөш урынында Рөстәм хәҙрәт һәм мосолман өммәте коллектив намаҙ уҡыны. “Риком” дәүләт компанияһы етәксеһе Ринат Фаат Улы Райманов башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Шулай уҡ бында ике күп фатирлы йорт төҙөлә. Был төҙөлөштөң башланғыс фазаһы ғына, һәм бер нисә йылдан бында ҡаланың уңайлы һәм үҙ-үҙен тәьмин итеүсе өлөшө буласағына ышанам, әммә төҙөүсе әйтеүенсә, торлаҡҡа ҡулай хаҡтар менән. Тәү сираттағы “НОВА” проекты торлаҡ комплексы тип аталасаҡ, — тип таныштырҙы төҙөлөш эштәре менән ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.

Шулай уҡ, ҡала мэры һүҙҙәре буйынса бында Р-240 федераль трассаһы яғынан Стәрлетамаҡҡа тағы ла бер инеү юлын төҙөргә ниәтләйҙәр. “Ҡала үҫешә һәм был, минеңсә, сәләмәт һәм үҫешкән муниципалитеттың беренсе билдәһе”, тип билдәләне Эмиль Владиславович.

Ә.МАРАТОВА.

Яңы биҫтә – яңы мөмкинлектәр
Яңы биҫтә – яңы мөмкинлектәр
Автор: Гүзәл Рәмиева
Читайте нас