Ашҡаҙар
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2025, 09:18

Хәлиҙә Абдрахманова "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде

Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаларының оҙаҡ йылдар иң әүҙем эшләп килгәндәренең береһе - Хәлиҙә Файзрахман ҡыҙы Абдрахманова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы - "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде.

Хәлиҙә Абдрахманова "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде
Хәлиҙә Абдрахманова "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде

Награданы Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе - Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова ҡалабыҙҙа уҙған ҙур сара - "Еңеү. Стәрлетамаҡ " исемле шиғриәт бәйгеһенең Гала-концерты ваҡытында тапшырҙы.
Хәлиҙә Файзрахмановнаны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, артабан да халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итеүен теләйбеҙ.


Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәте буйынса.

Хәлиҙә Абдрахманова "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде
Хәлиҙә Абдрахманова "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде
Автор: Гүзәл Рәмиева
Читайте нас