Ашҡаҙар
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2025, 09:52

Стәрлетамаҡ уҡыусылары «Абилимпикс»та миҙалдар яуланы

30 октябрҙән 2 ноябргә тиклем Мәскәүҙә «Абилимпикс»та инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионат үтте. Унда 89 төбәктән, 17 сит илдән мең кеше ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһынан 17 кеше сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә 11 миҙал: 4 алтын, 3 көмөш һәм 4 бронза.

Стәрлетамаҡ уҡыусылары «Абилимпикс»та миҙалдар яуланы
Стәрлетамаҡ уҡыусылары «Абилимпикс»та миҙалдар яуланы

Еңеүселәр араһында - Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Стәрлетамаҡ айырым структур бүлексәһенән өс уҡыусы.
Иван Козлов "Психология. Уҡыусылар" компетенцияһында иң яҡшыһы булды, Динислам Солтанбаев - "Тәржемәсе. Уҡыусылар" компетенцияһында. 

Данил Ғиззәтуллин "Киләсәк архитекторы – нейро селтәрле сәнғәт. Уҡыусылар" компетенцияһында өсөнсө урын яуланы.

 

Стәрлетамаҡ уҡыусылары «Абилимпикс»та миҙалдар яуланы
Стәрлетамаҡ уҡыусылары «Абилимпикс»та миҙалдар яуланы
Стәрлетамаҡ уҡыусылары «Абилимпикс»та миҙалдар яуланы
Стәрлетамаҡ уҡыусылары «Абилимпикс»та миҙалдар яуланы
Автор: Гүзәл Рәмиева
Читайте нас