Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2025, 11:49

Питбайкын яугирҙарға бүләк иткән

Стәрлетамаҡ ҡалаһының МХО Ветерандары ассоциацияһы рәйестәштәре Владимир Егоров һәм Филүс Аҫылғужин 35-се айырым мотоуҡсылар бригадаһының “ШТОРМ” отрядының командованиеһы һәм шәхси составы исеменән ҡалабыҙҙың 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Динислам Ҡолтомановҡа тантаналы рәүештә рәхмәт хаты тапшырҙы. Ул үҙенең питбайкын МХО ихтыяждары өсөн бүләк иткән.

Питбайкын яугирҙарға бүләк иткәнПитбайкын яугирҙарға бүләк иткән
Питбайкын яугирҙарға бүләк иткән

Үҫмер махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәткәне өсөн билдәләнгән, ул үҙенең питбайкын гуманитар ылау әҙерләү сиктәрендә яугирҙарға тапшырған.

Динислам – Ишембай ҡалаһынан Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт иткән МХО ветераны Ринат Ҡолтомановтың туғаны. Малайҙың атаһы ла махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй.

Ринат әйтеүенсә, Динислам әүҙем һәм ҡыйыу егет кенә түгел, ә юғары кимәлдәге спортсы ла: ул Дзюдо буйынса Башҡортостан чемпионы. Патриотизм һәм рух көсө уларҙың ғаиләһендә быуындан-быуынға тапшырыла.

Әйткәндәй, әлеге ваҡытта питбайктар һәм кросс мотоциклдары алғы һыҙыҡта бик кәрәк.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы МХО ветерандары ассоциацияһы мәғлүмәте буйынса.

Питбайкын яугирҙарға бүләк иткән
Питбайкын яугирҙарға бүләк иткән
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас