Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2025, 05:32

Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..

Һүҙҙең көсөн барыбыҙ ҙа самалайбыҙ, әммә уның ҡәҙере нисек икән бөгөнгө заманда? Ҡасандыр рәхмәтте уңға-һулға таратмағыҙ, урынына аҡса булһа ла бирегеҙ тигәндәр бит. Ысынлап та, терелтә лә, үлтерә лә ала ул һүҙ! Ә бына уның йөрәктән сыҡҡаны иһә Терешишмәләй тик йәшәү көсө генә бирә. Бөгөн беҙ бындай һүҙҙәргә бигерәк тә мохтажбыҙ һымаҡ.

Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..

Шуға күптән түгел ҡалабыҙҙа үткән “Йөрәк һүҙе. Еңеү. Стәрлетамаҡ” конкурсы ойоштороусыларға ла, ҡатнашыусыларға ла, тамашасыларға ла танһыҡ булғанына шик юҡ. Ҡасандыр Наилә Сәфәрғолова башлаған “Йөрәк һүҙе” проекты республикала ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Конкурс башҡарыусыларының телмәрҙәре тетрәндерҙе лә, уйландырҙы ла күптәрҙе. Шул осорҙа Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы был проектты дәррәү күтәреп алып, үҙебеҙҙә лә урындағы мөхиттән сығып үткәрергә ҡарар итте.

Быйыл конкурс ике этапта ойошторолдо. Тәүгеһендә А.Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәттәре үҙәгендә ҡатнашыусылар жюри ағазаларына шиғырҙарын һөйләп ишеттерһә, икенсеһендә ҡаланың 23-сө мәктәбендә конкурста ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы үтте.

Быйылғы конкурста стәрлетамаҡтар ғына түгел, күрше район-ҡалаларҙан да үҙҙәренең шиғыр һөйләү оҫталығын һынарға килеүселәр күп ине.

Үҙең яҙған юлдармы, башҡа авторҙың әҫәрен һөйләйһеңме, йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәреңде тамашасыға еткереү ҙур һәләт тә, яуаплылыҡ та, ҡыйыулыҡ та талап итә. Шуға ҡарамаҫтан бәйгелә (конкурстан тыш) әле саҡ телдәре генә асылғандай тигән балаларҙың үҙҙәрен ҙур ораторҙай тотоп ҡыйыу баҫып, тәрән мәғәнәле итеп шиғыр һөйләп тороуы һоҡланыу уята. Мәҫәлән, 31-се балалар баҡсаһынан килгән Индира Ғәскәрова башҡарыуында Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын тыныс ҡына тыңлауы мөмкин түгел ине. Ошо мәлдә был баланың ауыҙынан әлеге рухтағы әҫәрен тыңлап, киләсәк өсөн йөрәктә тыныслыҡ урынлашты. Көнбайыштан ниндәй генә елдәр иҫмәһен, ошондай рухлы, илһөйәр, һәләтле киләсәк барҙа, бер нимә лә ҡурҡыныс түгел!

Ә ҡыҙҙың һүҙҙәре һүҙ, интонация ҡуйып һөйләгәне уйландырмай түгел, уйландыра бит:

Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –

Шундай йәшел, юғары.

Нисә быуат шул япраҡты

Ҡайындан өҙмәк булып,

Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ,

Утта көйҙөрмәк булып,

Нисә диңгеҙ аръяғынан

Ниндәй елдәр иҫмәгән,

Ниндәй йәшен уйнамаған,

Ниндәй ҡырау төшмәгән.

Шул япраҡты ашар булып,

Нисә төрлө ҡорт һырыған...

Бөгөн дә көнүҙәк түгелме һуң, йәмәғәт?..

Конкурстың маҡсаты, әлбиттә, һүҙ ҡәҙерен, башҡорт теленә иғтибарҙы арттырыуға, һәләттәрҙе табып, үҫтерергә йүнәлтелгән. Ә бына уның быйылғы тематикаһы бигерәк тә ҙур мәғәнәгә эйә. Еңеү!.. Бер генә һүҙ, шул уҡ ваҡытта күпме һыҙланыуҙар, ғазаптар, ҡорбандар, шатлыҡ та бергә уҡмашҡан унда. Тик һуғыш бит гел ауырлыҡтарҙан ғына тормай, уның артында Еңеү бар, ә уның нигеҙендә батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ ята!..

– Беҙ был теманы Еңеү килтергән атай-олатайҙарыбыҙҙы, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙе хөрмәтләп, әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла алышҡан яугирҙарыбыҙға арнап һайланыҡ. Шиғырҙар һуғышты ҡәһәрләп түгел, ә батырҙарыбыҙға дан йырлау булып яңғырар! – тине төп ойоштороусыларҙың береһе, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова ла конкурстың гала-концертын асыу тантанаһында.

Ысынлап та, бөгөн күпме батырҙарыбыҙ яу ҡырында ил һағында тора. Бәхәсһеҙ, атака, оборона тотоу... Сыҙамлылыҡ, ҡаһарманлыҡ, аҡыллылыҡ талап итә, нәҡ ошо мәлдә улар тылдағыларҙың ярҙамына ғына түгел, йылы һүҙҙәренә лә мохтаж! Әлеге конкурстағы сығыштар уларға нәҡ рухтарын күтәреүсе бер сәләм булып яңғырағандыр.

Шуныһы ла ҡиммәт ине: ҡатнашыусылар замандаштарының ғына түгел, олатайҙарының да хәрби данын онотмай. Мәҫәлән, өләсәһенең Мәҙинә әсәһе улына фронтҡа яҙған хатын быуындар бәйләнеше номинацияһында еңеүсе Ильяна Фатеева шиғри юлға һалып яңғыратты. Ошо бер хатта күпме тарих, данлы ла, шанлы ла тарих сағыла.

Балалар араһында 1-се урын яулаусы Айлина Дәүләткилдина башҡарыуында Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары”н тыңлағанда ла күҙҙәрҙә ирекһеҙҙән йәш бөртөктәре барлыҡҡа килде:

– һаумы, туған! – тиҙәр. – Беҙҙе, – тиҙәр,

онотманымы әле яҡташтар?

Иҫләйҙәрме әле?

Беҙ бит, – тиҙәр, –

яуҙа үлеп ҡалған һалдаттар.

 

Ер уянған саҡта нисек итеп

йоҡлап ятмаҡ кәрәк ҡәберҙә!

Ҡыр ҡаҙҙары булып тыуған яҡҡа

ҡайтып төштөк бына хәҙер ҙә.

Ошо урында гран-при яулаусыларҙы ла телгә алып үтеү урынлылыр. Шулай итеп, балалар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы Алһыу Татлыбаева еңеүҙе яулаһа, ололарҙан жюри еңеүсе тип Әлфинә Мәхмүтованы таныны!

Әлбиттә, һәр сығышты барлап, һөйләп үтеү мөмкин түгел, әммә һәммәһе ысын хөрмәткә һәм иғтибарға лайыҡ, минеңсә. Сөнки һәр кем башҡарыу оҫталығына ҡарамай, әйткәндәрен йөрәктәренән урғытып һөйләне – быныһы инде конкурстың иң ләззәтле һәм танһыҡ мәле!

Рәмил МАНСУРОВ.

Хәлиҙә Абдрахмановна, Раушания Бакирова, Ләйсән Йосопова фотолары.

Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр бит ул!..
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас