

Стәрлетамаҡтан Күп функциялы үҙәк белгесе Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
10 ноябрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк филиалы операциялар залының баш белгесе Кристина Мортазинаға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ул “Рәсәйҙең иң яҡшы Күп функциялы үҙәге” Бөтә Рәсәй конкурсында “Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы универсаль белгесе” номинацияһында еңеү яулаған.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан Бөтә Рәсәй конкурсының тағы ике номинацияһында еңеү яуланы. “Илдәге иң яҡшы ҙур төбәк Күп функциялы үҙәктәр селтәре” категорияһында Өфөлә, Бәләбәйҙә, Талбазы һәм Ҡариҙелдә Күп функциялы үҙәктәрҙең офистары лидер булды. Ә “Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы проекты” номинацияһында “студенттан алып Күп функциялы үҙәктең атҡаҙанған хеҙмәткәре” республика башланғысы билдәләнде.
Шулай итеп, БРҙың Күп функциялы үҙәге конкурстың өс номинацияһында ла Рәсәйҙә икенсе йыл рәттән иң яҡшыһы булды.
– Был уңыш – Күп функциялы үҙәкте камиллаштырыу буйынса алып барылған күләмле эш һөҙөмтәһе, – тип билдәләне Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә. – Йыл һайын үҙәктәргә 3 миллиондан ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн заманса офистар асабыҙ, хеҙмәттәр исемлеген киңәйтәбеҙ, шул иҫәптән электрон төрҙә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе лә.
Ә.МАНСУРОВА.
Фото БР Башлығының рәсми сайтынан.