Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2025, 09:15

Төшкө аш табынына — ҡыҫтыбый

Дуҫтар, һеҙҙең иғтибарға тәмле һәм тиҙ әҙерләнә торған рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Төшкө аш табынына — ҡыҫтыбыйТөшкө аш табынына — ҡыҫтыбый
Төшкө аш табынына — ҡыҫтыбый

Ҡамыр өсөн:
1 йомортҡа,
1 стакан һөт,
1/3 стакан шыйыҡ май,
2 аш ҡалағы магазин ҡаймағы,
2 аш ҡалағы иретелгән аҡ май һәм самалап тоҙ, он кәрәк.


Ҡамырҙы баҫҡандаң һуң бер сәғәттәй йылыла тотһаң, еңел йәйелә.
Йәймәләрҙе майһыҙ табала ике яғын әйләндереп бешереп алғас, теләк буйынса эсенә иҙелгән картуф, йә бешкән тары ярмаһы һалып ҡапларға мөмкин. Уңып, йоп-йоҡа, матур ғына булып бешә.

Табынығыҙ - йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: "Аш - һыу" төркөмөнән

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас