Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2025, 09:57

Стәрлетамаҡ оҫталары СВОла ҡатнашыусылар өсөн түбәтәйҙәр тегә

МХОла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәгендә яңы хәйриә башланғысына арналған урындағы оҫталар һәм ирекмәндәр осрашыуында ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙарҙы уңайлы һәм функциональ баш кейемдәре менән тәьмин итеү өсөн түбәтәйҙәр тегергә тәҡдим итте. Был башланғыстың авторы - түбәтәйҙәр эшләү буйынса оҫта булараҡ күптән билдәле, Айгөл Сәйфуллина.

Стәрлетамаҡ оҫталары СВОла ҡатнашыусылар өсөн түбәтәйҙәр тегәСтәрлетамаҡ оҫталары СВОла ҡатнашыусылар өсөн түбәтәйҙәр тегә
Стәрлетамаҡ оҫталары СВОла ҡатнашыусылар өсөн түбәтәйҙәр тегә

Осрашыу барышында уңайлылыҡҡа айырыуса иғтибар бүленде. Бының өсөн  хәрби хеҙмәткәрҙәр түбәтәй өлгөләрен кейеп ҡараны.

Фекер алышыу өсөн төрлө баш кейемдәре өлгөләре, шул иҫәптән джинс һәм башҡа йөрөтөүгә уңайлы кизе-мамыҡ туҡымаларҙан моделдәр һәм варианттар тәҡдим ителде.

Айгөл Сәйфуллина был яҡшы башланғысы хаҡында беҙҙең менән дә бүлеште.

- Быға тиклем 2 йыл элек үк йәрминкә һәм күргәҙмәләрҙә МХОнан ялға ҡайтҡан егетәр минең түбәтәйҙәргә иғтибар иткән ине. “О, класная түбетейка!” тип рус егетәре лә кейеп ҡараны. Шунда уҡ МХОла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға түбәтәй тегеү идеяһы тыуған ине. Әммә һуғыш ана бөтә, бына бөтә тиеп ышанған инем. Унан башҡа, кеше, техника, бик күп тукыма кәрәк...

Шулай ҙа тәүәкәлләп, ҡыҙҙар менән йыйылышып, СВО үҙәгенә түбәтәйҙәребеҙҙе тәҡдим иттек. Рәйлә Сәлихова, Регина Туйгильдина, Әҡлимә Ҡолмөхәмәтова һәм Эльвира Хоҙайғолова – был башланғыста минең беренсе ышаныслы ярҙамсыларым. Улар минең оҫталыҡ дәрестәремә килеп йөрөнө, шунда танышҡан инек. Хәҙер бергәләп үҙебеҙҙең һалдаттар өсөн башҡорт түбәтәйҙәре тегәсәкбеҙ.

Аллаға шөкөр, 12 ноябрҙә ирекмәндәр менән бына тәүге осрашыу үткәрҙек. Осрашыу уңышлы үтте, 5 уңайлы түбәтәй тегеп ҡуйҙыҡ. Оҫтабикәбеҙ Регина Туйгильдина 5 түбәтәйҙе өйөндә тегеп килтергән. Уның яугирҙарға тапшырыу өсөн алып килгән милли түбәтәйҙәре бигерәк тә сифатлы һәм матур тегелгән.

Был изге эшкә ҡушылырға теләүселәр Элеватор урамы 108 буйынса урынлашҡан беҙҙең оҫтаханаға килә ала. Аҙна һайын кесе аҙна көндө 13.00-16.00 сәғәттәрҙә йыйыласаҡбыҙ. Бәлки кемдәлер совет ваҡытындағы сифатлы кизе-мамыҡ туҡымалар һаҡланғандыр. Кемдер бына джинс кеуек туҡымалар килтерҙе, түбәтәйҙең эске ҡаты өсөн төрлө һүрәтле яулыҡ та ярай, шуларға яҡын сатин, бәз кеүек туҡымалар беҙгә бик кәрәк.

Гүзәл РӘМИЕВА.

Ҡала хакимиәте һәм Айгөл Сәйфуллина фотолары.

Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас