

Гөлфиә ханым тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өс баланың икенсеһе булып яҡты донъяға килгән улдары Рим бала саҡтан уҡ ныҡышмалы, үҙ һүҙле, маҡсатлы булып үҫә. Тыуған ауылында 9 класты тамамлағас, Мәләүез ҡалаһындағы кадет корпусына уҡырға инә. Уны ла уңышлы уҡып бөтә.
Артабан үҙе генә Новосибирск ҡалаһына юғары хәрби училищеға имтихан тапшырырға юллана, имтиханды уңышлы тапшырһа ла, конкурстан үтә алмай һәм декабрь айында әрме сафына алынды.
Әрме уны алыҫ Амур өлкәһенә алып китә. Хәрби булыу теләге көслө була егеттә. Хеҙмәт итеп йөрөгәндә Амур өлкәһенең Благовещенск ҡалаһындағы юғары хәрби училищеға (Дальневосточное высшее общевойсковое командное училище имени Маршала Советского Союза К. К. Рокоссовского) имтихан тапшырып, конкурстан үтеп курсант була.
Уҡыу осоронда команда составында “Эльбрусское кольцо” конкурсында ҡатнашып, Эльбрус түбәһенә артылыуға ла өлгәшә булдыҡлы егет. Уҡыу йортон тамамлауға дүрт йыл тигәндә илдә махсус хәрби операция башлана. Һәм Рим Биктимер улы 2023 йылда уҡып бөтөү менән, йүнәлтмә буйынса Карачаево-Черкессияға эләгә, шул йылдың авгусынан алып МХО ла хеҙмәт итә ул.
Яугир ғаилә ҡороп ебәрә, ҡыҙы тыуа. Ғаиләһе Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Рим Солтанғужин 2024 йылда “Суворов” миҙалы, Курск өлкәһен азат итеүҙәге күрһәткән ҡыйыулығы өсөн ул “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Әлеге ваҡытта Рим Биктимер улы айырым пилотһыҙ осоу аппараттары взводы командиры.
Тик әсә булараҡ бала өсөн хәүеф-борсолоуҙар әлеге ваҡытта ғорурлыҡ тойғоһонан көслөрәк була икән. Әсә йөрәге кисергән хис-тойғоларҙы Гөлфиә Ишмөхәмәтова шиғыр юлдарына һала, һеҙгә лә, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, уларҙың бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ.
Яҙғы таңда ҡоштар ҡайтып үтте,
Тауыштары яңғырай, ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ...
Әйтерһең дә миңә өндәшәләр,
Ҡайтмай әле улың, ҡалды йыраҡ.
Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, улың йыраҡ, йыраҡ...
Ишетелә зәңгәр күгемдә.
Юҡ, ҡоштарым, улым яҡын минең,
Ул бит бына, йөрәк түрендә.
Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, тауыштары тыйнаҡ.
Ҡайғыларҙы әллә бүлешә?
Эх, бүленмәй улар, был хәсрәттәр
Төшкән бит ул минең өлөшкә.
Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, аралар, ай, йыраҡ,
Өмөт өҙмә, көт һин тиҙәрме?
Имен - аман тиҙрәк ҡайтып улым,
Моңһоу тормошомдо биҙәрме?
Тик яҡшыға юрайымсы әле,
Яңғыраған шул бер һүҙҙе - ҡыйғаҡ.
Һеҙҙең арттан оло Еңеү менән,
Уландар ҙа тиҙҙән ҡайтыр һымаҡ.
Ҡолаҡ менән түгел, йөрәк менән,
Ишетәмен, гүйә, ҡыйғаҡ, йыраҡ...
Мең ҡат үлеп, мең ҡат терелһә лә,
Сабыр итә әле, түҙә йөрәк.
Иртә таңдан ҡарап ҡалдым әле,
Офоҡтарҙа ҡоштар теҙмәһен.
Өҙгөләнә йөрәк, өҙгөләнһен,
Өҙгөләнһен өмөт өҙмәһен.
***
Аҡ торналар оса һаубуллашып,
Һары көҙҙә мине ҡалдырып.
Иҫмәй тороғоҙсо, зинһар, елдәр,
Ҡош ҡанатҡайҙарын талдырып.
Зәңгәр күк йөҙөндә ап-аҡ торна,
Аҡ хыялы гүйә күңелдең.
Эх, минең дә ҡанат булһа тиеп,
Ҡайнар күҙ йәштәрем түгелде.
Аҡ торналар аҡ теләктәр булып,
Алыҫ-алыҫтарға осоғоҙ.
Әсәйеңдең һағыныу сәләме тип,
Ғәзиз улғынамды ҡосоғоҙ
Аҡ торналар - минең аҡ өмөттәр,
Һуғыш ҡына бер үк туҡталһын.
Һәр бер яугир тыныс күңел менән
Тыуған яҡҡа ҡарай уҡталһын.
Аҡ торналар оса күк йөҙөндә,
Һары көҙҙә беҙҙе ҡалдырып.
Күктән түгел оло юлдан әсә,
Улын көтә күҙен талдырып.
Әлфиә МАНСУРОВА.
Фото Г.Ишмөхәмәтованың ғаилә архивынан.