Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2025, 07:20

Башҡортостанда 2026 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Социаль пособиелар ошо күрһәткестәр буйынса иҫәпләнә.

Башҡортостанда 2026 йылға йәшәү минимумы билдәләндеБашҡортостанда 2026 йылға йәшәү минимумы билдәләнде
Башҡортостанда 2026 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән киләһе йылға йәшәү минимумы билдәләнде.

2026 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы – 16 856 һум,

эшкә һәләтле халыҡҡа – 18 373 һум,

балаларға – 16 350 һум,

пенсионерҙарға – 14 496 һум.

Был күрһәткестәр социаль пособиеларҙы һәм башҡа ҡайһы бер түләүҙәрҙе иҫәпләү өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, пенсионерҙарҙың тупланма пенсия суммаһын бер юлы алырға мөмкинме-юҡмы икәне шуға бәйле.

Быйыл республикала йән башына йәшәү минимумы 15 782 һум тәшкил итә, эшкә һәләтлеләргә – 17 202 һум, балаларға – 15 309 һум, пенсионерҙарға –  13 573 һум.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас