Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2025, 14:28

“Хеҙмәт Етештереүсәнлеге” проекты тураһында

 Был аҙнала хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектын тикшереү өсөн ҡала предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре менән осрашты.

“Хеҙмәт Етештереүсәнлеге” проекты тураһында
“Хеҙмәт Етештереүсәнлеге” проекты тураһында

Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Эмиль Владиславович проекттың 2019 йылдан ғәмәлгә ашырылыуын хәбәр итте, был ваҡыт эсендә унда республиканың 187 предприятиеһы, шул иҫәптән ҡала предприятиелары ла ҡатнашты. Проект предприятиеларҙа етештереүсәнлекте арттырырға, уны һөҙөмтәлерәк итергә ярҙам итә, өҫтәүенә өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралған.

Башҡортостан республикаһының төбәк компетенциялар үҙәге проекты етәксеһе Роман Шишков ҡатнашыуы хаҡында болееекләберәк һөйләне. Ул Хәбәр итеүенсә, 2018 йылдан алып Үҙәк “Һаҡсыл производство”ны яраҡлаштырыу һәм индереү менән шөғөлләнә. Төбәк үҙәге предприятиела процестарҙы комплекслы диагностикалай, юғалтыуҙарҙы асыҡлай, юғалтыуҙарҙы кәметергә ярҙам иткән яҡшыртыуҙар һәм оптимизациялар эшләй, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыта. Шулай уҡ ҡатнашыусылар проектта ҡатнашҡан модель предприятиеларына бара ала.

Роман Шишков проектта ҡатнашыу өсөн бер нисә критерийҙы һанап үтте. Ул предприятиела тормошҡа ашырылған хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса программа тулыһынса бушлай булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. 

“Хеҙмәт Етештереүсәнлеге” проекты тураһында
“Хеҙмәт Етештереүсәнлеге” проекты тураһында
“Хеҙмәт Етештереүсәнлеге” проекты тураһында
Автор: Гүзәл Рәмиева
Читайте нас