

Дрондар һөжүме һәм интернетты өҙөү тураһында
Беҙ террористик һөжүмдәр өсөн системалы объектҡа әүереләбеҙ, һәм улар йышыраҡ була бара. Был хәл туҡтаясаҡ, тип әйтеп булмай. Уларға ҡаршы тора беләбеҙ. Һөжүмгә ҡарамаҫтан, бөтә заводтар ҙа эшләүен дауам итә. Предприятиелар дрондарҙы туҡтатҡан металл селтәрҙәр менән көпләнгән. Оборона министрлығы ярҙамында беҙҙә радиолокация күҙәтеү системаһы барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәле юҡ итеү ысулы һаналған «Панцирҙар», зенит туптары, автоматик ҡоралдар, пулемёттар, автоматтар һәм башҡалар бар.
Пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе иғлан ителгән осраҡта, барыбыҙ ҙа интернетһыҙ, кәрәҙле элемтәһеҙ һәм башҡа уңайлыҡтарһыҙ ҡалабыҙ. Быға өйрәнергә кәрәк. Һәм шуны аңлау мөһим: МХО – ҡайҙалыр 2000 километр алыҫлыҡтағы нәмә түгел. Ул шул иҫәптән бында ла бара, беҙ ҙә ошо ваҡиғаларҙың ҡатнашыусыһы. Әгәр кешеләргә хәүеф янаһа, бер кемде лә бәләлә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, был мәсьәләгә еңел-елпе ҡарамаясаҡбыҙ.
Власть органындағы МХО-ла ҡатнашыусылар тураһында
Минең хакимиәткә МХО-ны үткән кешеләр эшкә килә. Кәңәшсе Оскар Ситдиҡов, ижтимағи-сәйәси проекттар буйынса идаралыҡ начальнигы Илмир Әһлиуллин, тағы икәүһе документтар туплай. Үҙемде шундай кешеләр менән уратып аласаҡмын. Быға тиклемгеләр насар тип әйтмәйем. Көнәркәшле донъяла уңышҡа өлгәшеү өсөн һәр эштә яңы башланғыстарға тотонорға кәрәк, тип уйлайым.
«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы – махсус хәрби операция үткән һәм үҙенсәлекле сифаттарға эйә булған кешеләрҙе дәүләт хеҙмәтенә саҡырыуға йүнәлтелгән башланғыс. Беҙгә тәүәккәл, аҡыллы, маҡсатлы, илһөйәр кешеләр кәрәк. Һуғыш уты аша үткән кешеләрҙә был сифаттарҙың бөтәһе лә бар.
Бюджеттағы аҡса тураһында
Йәмғиәттә фекер уртаҡ: бөгөн барыбыҙ өсөн дә төп бурыс – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Быйыл МХО-ға булышлыҡ итеү сараларына 26 миллиард һум бүлдек, беҙгә 32 миллиард кәрәк. 2026 йыл мөмкинлектәр йәһәтенән республика өсөн ҡатмарлы йыл буласаҡ, сөнки беҙ иң ҙур бюджет дефициты менән инәбеҙ. Аңлашыла, ҡайһы бер мәсьәләләр ситкә күсереләсәк.
Нисек кенә тимәйек, МХО-нан беҙ яралы килеш сығасаҡбыҙ. Әммә Рәсәй ундай алыштарҙан әллә нисә тапҡыр сыҡҡаны бар һәм яраларҙы тиҙ төҙәтә белә. Бәлки, был беҙгә, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң булған кеүек, демография мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ итер?
Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Беҙ ниндәйҙер хәүефле күҙаллауҙар яһау өсөн нигеҙ күрмәйбеҙ. Мин халыҡты тынысландырырға тырышҡан психоаналитик булараҡ сығыш яһамайым. Беҙ аныҡ факттарға һәм дәлилдәргә таянабыҙ. Республикабыҙҙың бөтә макроиҡтисади күрһәткестәре лә яҡшы торошта һәм үҫештә. Был беҙгә аяҡта ныҡлы баҫып торорға һәм барлыҡ социаль бурыстарҙы үтәргә мөмкинлек бирә.
Юлдарҙы ремонтлау тураһында
Рөхсәт ителгәндән артыҡ ауырлыҡта йөк ташыған транспорт юлдарыбыҙға ныҡ емергес йоғонто яһай. Ошо арҡала күрелгән зыян ҡот осҡос. Республикала тәртип боҙоуҙарҙы теркәгән 11 ауырлыҡ контроле станцияһы эшләй. Штрафтар 400 мең һумға тиклем етә. Әлеге станцияларҙан республика бюджетына миллиард һумға тиклем аҡса йыйыла. Был аҡса юл фондына йүнәлтелә.
Беҙҙе йыш ҡына юлдарҙа камераларҙың күп булыуы өсөн тәнҡитләйҙәр. Быны тәртип булдырыу өсөн эшләнек. Осоп тигәндәй йөрөйҙәр, үләләр. Республикабыҙ аварияларҙа һәләк булыусылар һаны буйынса һәр саҡ ҡыҙыл зонала булды. Хәҙер хәл тотороҡланды, ләкин ҡағиҙә боҙоуҙар күп. Штрафтар, ә был өс миллиард һум самаһы, шулай уҡ юл фондына йүнәлтелә. Беҙ кешеләрҙе штраф менән яфалауҙы маҡсат итеп ҡуймайбыҙ. Ипле йөрөһәгеҙ, штраф та булмаҫ.
Колледждар тураһында
Колледждарҙы ябыуҙан алыҫ торабыҙ. Киреһенсә, был уҡыу йорттарын һаҡлайбыҙ, сөнки улар – сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының, иҡтисадтың төп партнеры. Беҙҙә селтәр ҙур – 92 колледж. Улар төрлө хәлдә. Совет һөнәри-техник училищелары кимәлендә ҡалғандары ҡот осҡос торошта, ә ҡайһы берҙәре урта һөнәри белем биреү флагманына әйләнде. Ләкин бер нисә ҡалала колледждарҙы ҙур бер уҡыу комплексына берләштерәбеҙ. Был көстәрҙе туплауға, административ сығымдарҙы ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итәсәк: бер директор, бер бухгалтерия һәм башҡалар.
Фейктар һәм ялған хәбәрҙәр тураһында
Фейктар һәм ялған хәбәрҙәр ҙә тормошобоҙҙоң бер өлөшө, улар менән йәшәргә тура килә. Был – беҙгә ҡаршы алып барылған ҙур мәғлүмәт һуғышының асыҡ сағылышы. Әлеге алышта һәйбәт һуғышырға, быға ҡаршы торорға өйрәнергә кәрәк. Хәҙерге заман һуғышы – мускулдар түгел, ә аҡыл алышы.
Остаздар хаҡында
Ғүмеремдә шундай кешеләр булды, уларҙың фекере минең өсөн мөһим ине һәм һәр ваҡыт ҡолаҡ һалырға тырыштым. Улар – табип Вил Мамил улы Тимербулатов, яҙыусы Михаил Андреевич Чванов. Мостай Кәрим менән бик йылы мөнәсәбәттә булдым. Миңә Сергей Семенович Собяниндың нисек эшләүе оҡшай. Остаз тимәйем, әммә эшмәкәрлегемә яҡын булғанға һәр саҡ иғтибар итәм.
Башҡортостан Башлығы тағы нимә тине:
– МХО-ла ҡатнашыусы Азамат Муллашевҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап үтенес ҡағыҙы яҙҙым. Ул, һуғыш яланында һәләк булғандарҙы алып сығып, ҙур батырлыҡ күрһәтә. Уларҙы ташламаған, һөйрәп барған. Был хатта физик яҡтан да мөмкин түгел. Үкенескә ҡаршы, ошо хәрби задание ваҡытында аяғын юғалтҡан һәм әле өйөндә дауалана. Ул был юғары исемгә лайыҡлы, быны ышаныс менән әйтәм һәм шуның өсөн тырышасаҡбыҙ.
– Минеңсә, сәйәхәт – ғаиләне нығытыуҙың мөһим өлөшө, сөнки машинала барғанда балалар һәм тормош иптәшең менән һөйләшәһең, ниндәйҙер мәсьәләләр буйынса фекер алышаһың, бер ыңғай ял да итәһең.
– Кеше нимәнеңдер яҡшы яҡҡа үҙгәреүен – ихаталарҙа тәртип урынлаштырылыуын, соҡорҙар ямалыуын, парктар яңырыуын күрһә, унда быны емермәү ғәҙәте, йәмғиәттең вандализмға ҡаршы иммунитеты барлыҡҡа килә. Кешеләр битараф ҡала алмай һәм быға ҡаршы тора башлай.