

Үҫеп килеүсе быуын сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең мөһим бурыстарының береһе. Республика мәктәптәрендә уҡыусыларға һәм педагогтарға медицина һәм стоматология ярҙамы күрһәтеүгә ҙур иғтибар бирелә.
Һуңғы биш йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың “Взлетай!” мәғариф проекты “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә республикала 110 мәктәптә стоматология кабинеттары төҙөл, улар яңы стоматологик ҡоролмалар менән йыһазландырылған һәм берҙәм дизайн стилендә биҙәлгән. Бөгөнгө көндә республика мәғариф ойошмаларында барлығы 255 стоматология кабинеты эшләй.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се гиманзияһында 2023 йылдан заманса стоматология кабинеты үҙ ишектәрен асҡан һәм балаларҙы, шулай уҡ уҡытыусыларҙы ҡабул итә. Мәктәп стоматология кабинеты балаларҙың күпселек стоматология проблемаларын хәл итеү өсөн идеаль урын булып тора, сөнки тап унда балаларҙы тикшереү, хәүеф факторҙарын асыҡлау, дауалау-иҫкәртеү сараларын индивидуаль ҡараш менән, уҡыу процесынан айырылмайынса, медицина персоналының даими контроле аҫтында һәм педагогтар, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә үткәреү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.
Әлеге программаға әҙерлек эштәрен һәм унда ҡатнашыу өсөн талаптар тураһында ентекләберәк аңлатыуын һорап, 4-се гиманзия директоры Инна Александровна СИЛАНТЬЕВАға мөрәжәғәт иттек.
– Инна Александровна, проектта ҡатнашыу өсөн индәй талаптарҙы үтәргә кәрәк? Ҡатмарлы булдымы?
– Әлеге проект 2022 йылдан алып ғәмәлгә ашырыла, әммә беҙҙең гимназия унда 2023 йылда ҡатнашты һәм 2024 йылда кабинет үҙ ишектәрен асты. Проектҡа старт бирелгәс тә беҙ бөтә кәрәкле документтарҙы туплап тапшырҙыҡ, һәм ниһайәт, еңеү яуланыҡ, шулай уҡ ҡаланың 33 мәктәбе лә еңеүсе булды. Әлеге проект бөтә республика буйынса тормошҡа ашырыла һәм дауам итә. Стоматология кабинеттарын модернизациялауға саралар тулыһынса республика бюджетынан бүленә. Унда капиталь ремонт үткәрҙеләр – иҙәнде алыштырҙылар, бығаса ағас ине, стеналарҙы шуткатурлап плитка йәбештерҙеләр, пластик тәҙрә ҡуйҙылар, яңы сым һуҙҙылар, стоматология поликлиникаһы талаптарына ярашлы яңы ҡорамалдар урынлаштырҙылар, дарыу препараттары менән тәьмин иттеләр. Стоматология кабинетын тантаналы асыуға беҙ ата-әсәләрҙе, балаларҙы һәм ҡунаҡтарҙы саҡырҙыҡ.
– Теш табиптары даими рәүештә мәктәптә эшләйме йәки ниндәйҙер график буйынса ғына киләләрме?
– Эйе. Мәктәптәге стоматология кабинетының төп бурысы – теш ауырыуҙарын профилактикалау, диагностикалау, әгәр едти дауалау талап ителгән осраҡта, Горгаз поликлиникаһына дауаларға ебәрәләр. Тештәрҙе ҡарау уҡыу йылы дауамында 1-11 кластарҙа график буйынса үткәрелә. Мәҫәлән, көҙ, ҡыш һәм яҙға табан. Тәү сиратта, балалар дауаланырға йөрөй, ә бына учреждение хеҙмәткәрҙәре “Сәләмәт йылмайыу” программаһы буйынса. Мәктәптәр араһында ла үҙ графигы бар, ә табиптар инде өлкәндәр поликлиникаһынан килә.
Мәктәптә заманса стоматология кабинеты барлыҡҡа килеү менән балаларҙың тештәрҙе дауалауға ҡарашы ныҡ үҙгәрҙе. Әгәр элек стоматологка барыу балаларҙа ҡурҡыу уятһа, хәҙер иһә ул ғәҙәти һәм хатта ҡыҙыҡлы процедура, – ти Инна Александровна.
Билдәләп үтергә кәрәк, республика әлеге проектты дауам итә, һәм унда ҡатнашырға теләгән һәр учреждение документтар йыйып тапшыра ала, мәҫәлән, ағымдағы йылда Стәрлетамаҡтан бер нисә мәктәп ҡатнашырға ниәтләй. Әлеге эш маҡсаты – ошо йүнәлештә балаларҙың һаулығын контролдә тотоу ул.
– Ошо проект буйынса фекерегеҙ меннә уртаҡлашһағыҙ ине?
– Фекерем тулыһынса ыңғай, бик һәйбәт башланғыс минеңсә. Ул бик урынлы бойомға ашырыла башланы, сөнки мәктәптәр капиталь ремонтҡа мохтаж, шул иҫәптән уҡыу кабинеттары ла. Беҙҙең гимназия шулай уҡ төрлө проекттарҙа ла йыш ҡатнашып тора. Мәҫәлән, өс йыл рәттән Урындағы башланғыстарға ярҙам проектында (ППМИ). Беҙ ошо программа ярҙамында өс тапҡыр еңеү яулап, бөтә гимназияла тәҙрәләрҙе пластикка алыштырҙыҡ. Ағымдағы йылда иһә йәнә әлеге программала ҡатнашып, икенсе ҡаттағы коридор иҙәнен алыштырырға планлаштырабыҙ.
– Гимназияға ингән ерҙә спорт майҙансығын күреп ҡалдым, уға ла ремонт талап ителә, минеңсә?
– Эйе. Был майҙансыҡты тулыһынса йыһазландырыу өсөн шаҡтай ҙур сумма талап ителә. Мин әлегә беҙгә ярҙам итерҙәй ундай грант программаһын тапманым. Ләкин, планда уны уңайлы, хәүефһеҙ, күп функциялы итеп эшләтеү. Әммә ҡала депутаттарының береһе ярҙамында спорт майҙансығынан йыраҡ түгел ерҙә ҙур булмаған воркаут майҙансыҡтары эшләнеләр. Беҙ быға ла бик ҡәнәғәт. Балалар унда теләп шөғөлләнә, ваҡыттарын бушҡа сарыф итмәй. Шулай уҡ беҙҙең 4-се гимназия спорт ҡаҙаныштары буйынса ҡалалағы мәктәптәр араһында өс лидер иҫәбенә инә.
– Эстәлекле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, ҡуйған маҡсаттарығыҙға мотлаҡ ирешегеҙ!
– Әлеге эш беҙ бойомға ашырғандар араһында иң яҡшыларҙың береһе. Беҙ балаларға тештәрен бала саҡтан уҡ һаҡлап ҡалырға һәм уңайлы шарттарҙа дауаларға ярҙам итәбеҙ, табиптарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәбеҙ. Стоматология төрлө район ҡалаларҙа йәшәүселәргә лә, хатта иң алыҫта урынлашҡан биләмәләргә лә ҡулай булһын өсөн тырышабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сығыштарының береһендә.
Әлфиә МАНСУРОВА әңгәмәләште.
Автор фотоһы.