Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2025, 13:33

Республикала ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләй

Башҡортостанда 24 ноябрҙән 5 декабргә тиклем ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү буйынса бушлай «ҡыҙыу элемтә» эшләй, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың республика идаралығында.

Республикала ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләйРеспубликала ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләй
Республикала ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләй

Республика халҡы эш көндәрендә 8-800-77-50-170 номерына шылтыратып, ВИЧ-ты иҫкәртеү буйынса тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Һорауҙарға Роспотребнадзор, шулай уҡ Гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.

Мәҫәлән, ВИЧ йоҡтормау өсөн һөҙөмтәле һаҡланыу ысулдары; потенциаль инфекция сығанағы менән хәүефле контакт булғанда нимә эшләргә; ВИЧ-ҡа аноним рәүештә ҡайҙа һәм нисек бушлай тест үтергә; ВИЧ-ты дауалау өсөн һөҙөмтәле дарыуҙар, терапияның ни тиклем уңышлы барыуы һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе белергә мөмкин.

Бынан тыш, берҙәм консультация үҙәгенең бушлай телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй: 8-800-555-49-43.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас