Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2025, 05:08

Уғрылар бер аҙнаға шымып торһалар ҙа...

Бер аҙна элек оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә муттарҙан зыян күреүсе берәү, зыян суммаһы ла әллә ни күп түгел, ни бары өс мең генә тип, хәбәр иткәйнеләр. Гәзит һәм социаль селтәрҙәр аша даими рәүештә яҙып торғанға иҫкәртеүҙәр бушҡа үтмәгән тип шатланған инек... Шатланырға иртәрәк булған икән. Шулай шул, уғрылар йоҡламай, туҡтамай ҙа, яңы хәйлә артынан яңыһын ҡора.

Уғрылар бер аҙнаға шымып торһалар ҙа...Уғрылар бер аҙнаға шымып торһалар ҙа...
Уғрылар бер аҙнаға шымып торһалар ҙа...

Уҙған аҙнала ҡалала туғыҙ мутлашыу осрағы теркәлгән, зыяндың дөйөм суммаһы 5 477 045 һум тәшкил итә. Был хаҡта Стәрлетамаҡ буйынса Эске эштәр идаралығының полиция начальнигы урынбаҫары Алексей Толченников хәбәр итте.

Бер аҙна эсендә иң ҙур зыян ҡалалал йәшәүсе эшһеҙгә килтерелгән, ул автомобиль һатып алырға маташҡан. Зыян күреүсе 2 241 000 һумдан мәхрүм була, шуларҙың 221 000 һумы шәхси тупланма була, тағы ла 860 000 һумдан ашыуы кредитҡа алына, ҡалған аҡса суммаһы иҫке автомобилде һатыуҙан килә.

Шулай уҡ мутлашыусыларҙан тағы өс эшһеҙ, үҙмәшғүл, пенсионер, компанияларҙың береһендә эшләүсе инженер һәм ике шәхси эшҡыуар зыян күрә.

Ә.Мансурова әҙерләне.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас