Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2025, 07:16

Ҡала йәштәре өсөн остаз да, үрнәк тә ул

Батыргәрәй Сәлим улы ЗӨЛҠӘРНӘЕВ 1949 йылда Башҡорт АССРының Хоҙайбирҙе ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се дөйөм белем биреү мәктәбендә белем ала. Артабан һәләтле үҫмер 1971 йылда С.М. Киров исемендәге Каспий юғары хәрби-диңгеҙ Ҡыҙыл Байраҡ училищеһын, 1983 йылда хәрби-диңгеҙ академияһын тамамлай.

Ҡала йәштәре өсөн остаз да, үрнәк тә улҠала йәштәре өсөн остаз да, үрнәк тә ул
Ҡала йәштәре өсөн остаз да, үрнәк тә ул

Батыргәрәй Сәлим улы ЗӨЛҠӘРНӘЕВ 1949 йылда Башҡорт АССРының Хоҙайбирҙе ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се дөйөм белем биреү мәктәбендә белем ала. Артабан һәләтле үҫмер 1971 йылда С.М. Киров исемендәге Каспий юғары хәрби-диңгеҙ Ҡыҙыл Байраҡ училищеһын, 1983 йылда хәрби-диңгеҙ академияһын тамамлай.

Батыргәрәй Сәлим улы хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүгә 35 йылдан ашыу ғүмерен бағышлай, штурман вазифаһынан атом һыу аҫты кәмәһе командирына тиклем юл үтә. Ул К-452 атом һыу аҫты кәмәһе командиры була, донъя океанының төрлө райондарында, шул иҫәптән Урта диңгеҙҙә, Төньяҡ атлантикала һәм Куба ярҙары буйында ете хәрби хеҙмәт үтә.

1982 йылда, Израиль-Ливан конфликты осоронда, уның һыу аҫты кәмәһе 14 тәүлек дауамында әүҙем ҡаршылыҡ шарттарында АҠШ хәрби-диңгеҙ флотының һөжүм төркөмөн өҙлөкһөҙ күҙәтә, совет эскадраһының һөжүм көстәрен ышаныслы мәғлүмәттәр менән тәьмин итә. Хәрби поход “бик яҡшы” баһалана, ә экипаж берләшмәлә иң яҡшыһы тип иғлан ителә. Был батырлығы өсөн Батыргәрәй Сәлим улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1983 йылда уның һыу аҫты кәмәһе ҡатмарлы шарттарҙа дошмандың стратегик мөһим объекттарын таба, ул да “бик яҡшы” баһаға лайыҡ була, ә командир йәнә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә һәм хәрби-диңгеҙ флоты баш командующийының шәхси рәхмәт хаты менән билдәләнә. Ул һыу аҫты кәмәһендә радиация аварияһын бөтөрөүҙә лә ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта юғары профессионализм һәм фиҙакәрлек күрһәтә.

Хәрби-диңгеҙ академияһын тамамлағандан һуң Батыргәрәй Зөлҡәрнәев үҙен ғилми һәм педагогик эшмәкәрлеккә бағышлай, хәрби фәндәр докторы һәм профессор була. Һыу аҫты кәмәләренең хәрби тотороҡлолоғон арттырыуға йүнәлтелгән 90-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30-ҙан ашыу уйлап табыу авторы һәм авторҙашы булып тора.

1991 йылда хәрби-диңгеҙ флотының иң яҡшы уйлап табыусыһы тип иғлан ителә. Уның нигеҙле тикшеренеүҙәре Милли именлектең төп документтары нигеҙенә һалына, мәҫәлән, “РФ Милли именлек концепцияһы” һәм “РФ Дәүләт сиген һаҡлау концепцияһы”.

Батыргәрәй Зөлҡәрнәев РФ Именлек советы аппаратында яуаплы вазифалар биләгән ваҡытта бөтә илдә хәүефле объекттарҙы тикшерә, ҡыҙыу нөктәләрҙә, шул иҫәптән, Чечен Республикаһында бурыстар үтәй, бының өсөн “Кавказда хеҙмәт иткән өсөн” күкрәк билдәһенә лайыҡ була. Рәсәйҙә химик ҡоралдарҙы юҡ итеү буйынса халыҡ-ара йөкләмәләрҙе үтәүгә ҙур өлөш индерә, бының өсөн ведомство наградалары менән билдәләнә.

Бай карьераһына ҡарамаҫтан, Батыргәрәй Сәлим улы тыуған Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән бәйләнешен һаҡлай. Был бәйләнештең иң сағыу сағылышы булып уның Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе (хәҙер Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы ғәскәрҙәре кадет корпусы) муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы менән әүҙем һәм даими эшләүе тора. Батыргәрәй Зөлҡәрнәев тыуған мәктәбе хөрмәтле ҡунаҡ. Ул кадеттар һәм уҡыусылар өсөн “Батырлыҡ дәрестәре” үткәрә, унда атом һыу аҫты кәмәһе командирының, ҡатмарлы хәрби хеҙмәттәрҙә һәм радиация аварияларын бөтөрөүҙә ҡатнашыусының уникаль тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Уның хикәйәләре ҡоро статистика түгел, ә бурыс, намыҫ, профессионализм һәм Ватанға һөйөү өлгөләре менән тулы тере тарих. Кадет корпусы уҡыусылары өсөн уның шәхесе Стәрлетамаҡ мәктәбендә старт алып, ниндәй бейеклектәргә килергә мөмкинлеген сағылдырыусы өлгө булып тора. Батыргәрәй Сәлим улы бер генә лә ҡалала уҙғарылған мөһим ваҡиғаларҙан ҡалғаны юҡ.

Батыргәрәй Сәлим улы Зөлҡәрнәев ҡала өсөн билдәле сығарылыш уҡыусыһы ғына түгел, ә ғәмәлдәге йәмәғәт эшмәкәре һәм остазы булып тора. Ҡала тормошонда, бигерәк тә үҫеп килгән быуынды патриотик һәм профессиональ тәрбиәләүҙә уның шәхси, туранан-тура ҡатнашлығы баһалап бөткөһөҙ практик йоғонто яһай, юғары хәрби уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләгән ҡала мәктәптәрен тамамлаусы йәштәргә ярҙам күрһәтә. Ул Рәсәй флотының героик үткәнен һәм бөгөнгөһөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының киләсәге менән тоташтырыусы тере күпер булып хеҙмәт итә, уны һаҡлаусыларҙың һәм лайыҡлы граждандарҙың яңы алмашсыларын үҫтерә.

Ә.МАНСУРОВА.

Фото Интернет селтәренән алынды..

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас