Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
1 Декабря 2025, 06:27

Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?

Нәҫелеңде белеү – ата-бабаларыңа, телеңә хөрмәт күрһәтеү ул

Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?
Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?

 

Уҙған аҙнала Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатында “Минең шәжәрәм. Шәжәрә ағасын төҙөү” семинары үтте. Сараны ойоштороусылары булып, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, ҡала мәҙәниәт һарайы һәм 2-се лицей-интернат тора.

Семинар башында “Стероитамакский рабочий” гәзитенән саҡырылған хәбәрсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсе, Рәсәй яҙыусылар Союзы ағзаһы Фаяз Йомағужин лекция менән сығыш яһаны. Ул үҙенең белеме һәм шәжәрә төҙөү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ата-бабаларының, ағайҙарының кем булыуын, нисәнсе йылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу башланыуы һәм тулы мәғлүмәт ҡасан яҙыла башлауы тураһында һөйләне. Шуныһы ҡыҙыҡлы, тәүге мәғлүмәт алыу 1719 йылда яҙыла башлаған.

Лицей-интернатта белем алған уҡыусыларҙың сығыштары айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Мәҫәлән, 8 класс уҡыусыһы Дания Хәсәновала француз ҡаны ла бар, шулай уҡ апалы – һеңлеле Диана һәм Аделя Вәлитовалар тамашасыларға үҙҙәренең тикшеренеү эштәре һөҙөмтәләрен-шәжәрәләрен тәҡдим итте. Сара ҡаланың БРҙың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы “Ашҡаҙар нағыштары” башҡорт фольклор-ансамбле (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Зөбәйерова) һәм “Аҡбуҙат” ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе – Илвир Ниғмәтуллин)сығыштары менән үрелеп барҙы.

Артабан сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин сәләмләне. Ул барыһына ла әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм рәхмәт хаттары, сәскә гөлләмәләре, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Нәҫел-нисбәтегеҙҙе өйрәнегәҙ, шул саҡта араларығыҙ нығыныр. Туғанлыҡ ептәре өҙөлһә, хатта яҡын йәшәһәгеҙ ҙә йыраҡлашырһығыҙ. Туғанлыҡ ептәре ныҡ булһа, йыраҡ йәшәһәгеҙ ҙә яҡын булырһығыҙ. Был нәҫелеңде, милләтеңде белеү, онотмау тураһында һүҙ.

Ә.МАНСУРОВА.

Автор фотолары.

Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?
Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?
Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?
Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?
Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?
Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?
Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?
Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?
Кем булған олатайың? Атайыңдың атаһы?
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас