Ағымдағы йылда ҡыш Башҡортостанға ғәҙәттәгенән һуңыраҡ килә. Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, 6-7 декабрҙә төнгө сәғәттәрҙә 4 градусҡа тиклем һыуыта башлай.
Был көндәрҙә шулай уҡ 1,5 миллиметрға тиклем ҡар яуыуы көтөлә.
Дүшәмбе, 8 декабрҙә, республиканың үҙәк райондарында көндөҙ -6 градусҡа, төндә иһә -12 градусҡа тиклем һыуыта. Әммә һалҡын көндәр оҙаҡ тормай. Декабрҙең икенсе аҙнаһында йәнә йылы көтөлә.
Ә.МАНСУРОВА фотоһы.