Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Декабрь 2025, 08:00

КҮМӘКЛӘГӘН – ЯУ ҠАЙТАРҒАН!

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә ҡала етәксеһе Эмиль Шәймәрҙәнов фронтҡа ярҙам итеүсе волонтёрҙар һәм ирекле хәрәкәттәр ойошмалары менән осрашты.

КҮМӘКЛӘГӘН – ЯУ ҠАЙТАРҒАН!КҮМӘКЛӘГӘН – ЯУ ҠАЙТАРҒАН!
КҮМӘКЛӘГӘН – ЯУ ҠАЙТАРҒАН!

Осрашыуҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм берләшмәләр,  шулай уҡ МХО ветерандары ассоциацияһы, Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге вәкилдәре лә бар ине.

Эмиль Владиславович махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙҙың уңышлы хеҙмәт итеүенең әһәмиәтен билдәләне.

 – Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн махсус хәрби операция шәхси тарихҡа әйләнде. Һеҙ барыһына ла ярҙам итәһегеҙ, һәм был ярҙам төрлөсә ярҙам булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең егеттәр өсөн берҙәй үк мөһим, - тип баһаланы Эмиль Владиславович. – Сөнки ошондай ярҙамды күреү менән улар үҙҙәрен кемдер көтөүен, ташламауҙарын, еңеү өсөн барыбыҙ ҙа бер теләктә булыуыбыҙҙы һәм ошоға ынтылышыбыҙҙы аңлайҙар.

Осрашыуҙа ҡатнашыусы ирекмәндәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн башҡарған  конкрет эштәре тураһында һөйләне.

Беҙҙең вайымһыҙ булмаған ҡала халҡы маскировка селтәрҙәре бәйләй, толстовкалар, балаклавалар, эвакуациялау өсөн носилкалар, ҡоро душтар тегә, окоп шәмдәре, шеврондар әҙерләй, автомобилдәр һатып алып ремонтлап фронтҡа оҙата.

Быларҙың барыһы ла ялға ҡайтҡан яугирҙар  аша йәки ҡаланан гуманитар ылау менән ебәрелә. Атап әйткәндә, ирекмән Виктория Пивоварцева ике йыл эсендә фронтҡа ике меңдән ашыу шеврон әҙерләп ебәргән. Мөстәҡимовтар ғаиләһе яугирҙар өсөн 7 меңдән ашыу толстовка һәм башҡа кәрәк-яраҡтар, эшҡыуар  Андрей Потеряхин 33 автомобилде ремонтлап МХО зонаһына оҙатҡан. Александр Кузьменко 3Д принтеры өсөн 100 кг пластик тотонған.

“Йөрәк ҡушыуы буйынса” (“ZOV сердца”) халыҡ берләшмәһе иһә фронтҡа  7 мең  пар йөн ойоҡ, 50 меңдән ашыу ҡоро душ, бер мең самаһы балаклава һәм баш кәрәк-яраҡ ебәргән.

Тик былар ирекмәндәр башҡарған эштең бер өлөшө генә. Бынан башҡа илебеҙ яҙмышына битараф булмаған бик күптәр ҙур эштәр башҡара.

Матди һәм рухи ярҙам (балалар яҙған хаттар һәм һүрәттәр, ҡала гәзиттәрендә сыҡҡан мәҡәләләр) яугирҙарыбыҙҙың рухын күтәрә, үҙҙәренең ғәзиз ҡалабыҙ өсөн  кәрәк  икәнен тойорға ышанысын нығыта.

– Ирекмәндәргә ниндәй ярҙам кәрәк булһа, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ, - тине ҡала етәксеһе һәм,  декабргә тиклем кәрәкле әйберҙәр исемлеген әҙерләп, ҡала хакимиәтенә тапшырырға ҡушты.

Эйе, бары тик берҙәмлек кенә  беҙҙе көслө итә. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Бергәләп тотонғанда эштәр ҙә көйлө барыр, еңеү ҙә тиҙерәк килер, тигән теләктә ҡалайыҡ.

Роза САФИНА.

Анастасия Ададурова фотоһы.

КҮМӘКЛӘГӘН – ЯУ ҠАЙТАРҒАН!
КҮМӘКЛӘГӘН – ЯУ ҠАЙТАРҒАН!
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас