Ашҡаҙар
-23 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2025, 12:36

Өҫтәмә ял итеү мөмкинлегенән файҙаланырға була

Айына 4 йәки йылына 48 көн өҫтәмә ял алырға мөмкин.

Өҫтәмә ял итеү мөмкинлегенән файҙаланырға була
Өҫтәмә ял итеү мөмкинлегенән файҙаланырға була

Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, быйыл йыл башынан алып инвалид балаларҙың эшләп йөрөгән ата-әсәләре, опекундары һәм попечителдәренә 57 меңдән ашыу өҫтәмә түләүле ял көнө өсөн түләнгән. Был көндәр өсөн уртаса эш хаҡы күләмендә түләнә һәм уларҙы ай һайын (4 көнгә тиклем) файҙаланырға йәки йылына 48 көнгә тиклем йыйырға мөмкин.

Ата-әсәләр был көндәрҙе айырым файҙалана йәки үҙ-ара бүлешә ала. Шулай уҡ көндәрҙе йыйып, 24 көн ял алырға була. Әммә йыйылған көндәр киләһе йылға күсерелмәй.

Өҫтәмә ял көндәрен алыу өсөн эш биреүсегә ғариза яҙырға кәрәк.

Сығанаҡ.

Автор фотоһы.

Автор: Альфия Мансурова
Читайте нас