Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге һәм Стәрлетамаҡ ҡала типографияһы директоры Вадим Александрович МАТЮХИН бөгөн үҙенең алтмыш йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Вадим Александрович сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Ҡулына диплом алған юғары белемле йәш инженер ҙур хыялдар менән ҡасандыр себер тарафтарына эшкә юллана. Марина исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡоралар. Әйткәндәй, Марина Николаевна менән улар ул һәм ҡыҙға ғүмер биреп, аяҡҡа баҫтырып, уларҙы аяҡҡа баҫтырып, бөгөн бәхетле олатай һәм өләсәй булып йәшәйҙәр.
Тыуған яғына күсенеп ҡайтҡас, йәш инженер үҙен эшҡыуарлыҡта ла һынап ҡарай, байтаҡ ҡына ваҡыт страховкалау өлкәһендә лә эшләй. Вадим Александровичтың Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәген һәм Стәрлетамаҡ ҡала типографияһын етәкләүгә лә тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Әммә былар ниндәйҙер бер ваҡыт арауығы, ғүмер ағышы ғына түгел, ниндәй генә эшкә тотонһа ла аҙағына тиклем алып барып еткерергә күнеккән инженер, йәшлек ҡыҙыҡһыныуы бер ҙә кәмемәгән белгес һәм тәжрибәле етәксе бында ла һынатманы һәм әле лә һынатмай – ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәғлүмәт тотороҡло үҫешә, типографияла хәҙер республиканың көньяғының барлыҡ гәзиттәре баҫыла, төрлө йүнәлештәге заказдар үтәлә. Вадим Александрович ошо ваҡыт арауығында полиграфия эшенең барлыҡ серҙәренә төшөнөп, проблемаларын өйрәнеп, предприятиены ауырлыҡтарҙан һаҡлап ҡала алды.
Вадим Александровичтың бөгөн башҡа сифаттарын да билдәләп үтке килә. Ул мин етәксе тип тормай, һәр эштә үҙе ҡатнаша, ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәрҙең мәсьәләләрен хәл итергә өлгөрә, һәр кемгә хөрмәт менән ҡарай. Ул оҫта ҡуллы, ябай күңелле.
Хөрмәтле Вадим Александрович, һеҙҙе ошо ир уртаһы тип баһаланған ғүмер байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә һәм һеҙҙең ғаиләгеҙгә һаулыҡ, күңел тыныслығы, эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Иң изге теләктәр менән,
“Ашҡаҙар”ҙар.
Ә.Мансурова фотоһы.