“Роскомнадзор” apple компанияһы тарафынан эшләнгән видео һәм аудиояҙмалар өсөн FaceTime сервисы эшен сикләне.
"Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре буйынса, FaceTime сервисы ил биләмәһендә террористик ғәмәлдәрҙе ойоштороу һәм үткәреү, уларҙы башҡарыусыларҙы вербовкалау, беҙҙең граждандарға ҡаршы мутлашыу һәм башҡа енәйәттәр ҡылыу маҡсатында ҡулланыла. Ошоға бәйле “Роскомнадзор” Facetime -ға ҡарата сикләү сараларын индерә», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.