Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Декабрь 2025, 11:06

Башҡортостанда һыйыр эсенән сыҡҡан янсыҡтың хужаһы табылған

Ғафури районының Толпар ауылында ғәҙәти булмаған табышҡа юлыҡҡандар. Өй хужаһы һыйырын һуйғас, малдың ҡарынынан янсыҡ менән ҙур күләмдә аҡса килеп сыҡҡан. Ир шунда уҡ ауылдаштарына табыштың хужаһын табыуҙа ярҙам һорап видеояҙма яҙҙырған. «Эҙләүсе булһа, беҙгә мөрәжәғәт итһен», - тип белдерә ир.

Башҡортостанда һыйыр эсенән сыҡҡан янсыҡтың хужаһы табылғанБашҡортостанда һыйыр эсенән сыҡҡан янсыҡтың хужаһы табылған
Башҡортостанда һыйыр эсенән сыҡҡан янсыҡтың хужаһы табылған

Был янсыҡ ошо ауылда «Зелено» туристик базаһын төҙөгән эшҡыуар Михаил Бурдинскийҙыҡы булып сыҡҡан. Аҡсаны ул төҙөүселәр бригадаһына башҡарған эш өсөн түләргә йыйынған, әммә юғалтҡан. Ваҡиғалар артабан көтөлмәгән боролош ала: янсыҡты һыйыр сәйнәп йота. Ә хайуанҡай ошо ауылда йәшәгән ғаиләнеке булып сыға. Ғаилә башлығы Риф танышы Михаилдың янсығын шунда уҡ таный. 

«Мин уны йыуырға йыйынмайым. Талисман итеп ҡалдырам. Аҡса ысынлап та ҙур суммала ине, мин уны урлағандарҙыр тип уйлағайным. Риф ағай һыйырның ҡарыны эсендә табып алған янсыҡты. Хатта сәйнәлмәгән дә, аҡсалар шул көйөнсә ятҡан, беҙ уларҙы йыуып алдыҡ», - ти Михаил Бурдинский. 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас