Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Декабрь 2025, 06:10

Мораҙым тарлауығындағы зубрҙар туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята

Мораҙым тарлауығы биләмәһендә Белоруссиянан килтерелгән зубрҙар йәшәй башлағас паркка килеүселәр күбәйгән. Был хаҡта Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов Республикаға идара итеү үҙәгендә биргән интервьюһында һөйләне.

Мораҙым тарлауығындағы зубрҙар туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятаМораҙым тарлауығындағы зубрҙар туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята
Мораҙым тарлауығындағы зубрҙар туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята

«Бөгөн беҙҙә 23 зубр бар. Хайуандар үҙҙәрен яҡшы тоя, ҡар ятҡас та улар вольерға төшә. Паркка теләгән һәр кем инергә мөмкин», — тип билдәләне Фазылов.

2023 йылдың ғинуарында республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостан зубрҙары популяцияһын тергеҙеү башланды.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ғалимдарының мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә 16-100 мең йыл элек зубрҙар йәшәгән. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе стеналарында зубр һүрәттәре табылған, археологтар Башҡортостанда ҡаҙыу эштәре барышында бер нисә тапҡыр ошо хайуандарҙың һөйәктәренә юлыҡҡан.

https://vk.com/clip-62246556_456242418

 

Башинформ.

Мораҙым тарлауығындағы зубрҙар туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята
Мораҙым тарлауығындағы зубрҙар туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята
Автор:
Читайте нас