

Август айының монарланып торған бер көнөндә Нурлыкүл тигән ауылдың ырҙын табағы алдына таныш булмаған номерлы өр-яңы йөк машинаһы килеп туҡтаны. Ләкин тора-тора, кабинаһынан һис кем сыҡмай. Быяла үтә кемдеңдер башы күренә, тик шофер ашыҡмай, ниндәйҙер журнал аҡтарырға тотондо.
Баянан бирле ят машинанан күҙен алмаған ырҙын табағы мөдире түҙмәне, таянып торған ярыҡ көрәген келәт мөйөшөнә ырғытты ла, автоүлсәгес аша бәүелә-бәүелә атлап, шунда ыңғайланы. Кисә кистән колхоз рәйесе, ҡаланан ярҙамға машиналар килә, шуларҙың береһен һеҙгә тәғәйенләйбеҙ, тип һөйләнгәйне. Шул ярҙамға ебәрелгән машина түгелме икән?
– Сәләм бирҙек ир-уҙамандарға!
– Алдыҡ. – Кабина ишеге асылды. Шофер ергә төштө. – Ҡунаҡты, мин әйтәм, хөрт ҡаршылайһығыҙ.
– Һе, әллә ҡунаҡ, әллә муйнаҡ, белмәйбеҙ бит әле, – мөдир шофер егетте баштан-аяҡ ҡарап сыҡты. Ҡуңыр сәсле, ҡуңыр күҙле, алға сығыбыраҡ торған киң, текә маңлайлы, йоҡа иренле, әкрен ҡуҙғалыусан был ғәләмәт эре
егетте бигүк оҡшатып етмәне
шикелле.
– Да-а... – тип ҡуйҙы ул. Был, ебәргәндәр бит шефтар ярҙамға кешеһен дә, тигән һымағыраҡ яңғыраны.
Шофер һағайҙы, теремекләнде.
– Нимә, да? Әллә оҡшамайыммы? – Ул үпкәһен йәшермәне, оҙон ҡулы менән үрелеп кенә машинаһының капот тигән нәмәһен асып ҡараны ла «зыңҡ» иттереп кире ябып ҡуйҙы. Бик килештермәһәгеҙ, ана ята юлым, бындай уттай ҡыҙыу эш өҫтөндә машиналар бөтә ерҙә лә кәрәк, йәнәһе.
Улар аңлаштылар шикелле:
– Ярар, – тине мөдир, дуҫтарса тауыш менән. – Һин нимә, ысынлап беҙгә ярҙамға килдеңме?
Шофер уның был һүҙҙәренә иғтибар итмәгән кеүек тойолдо. Үҙ сиратында ул хәҙер ырҙын табағы мөдирен күҙҙән кисерә ине. Мөдирҙең мут ҡына йылмайған күҙҙәре, тырпайып торған ҡара мыйыҡтары ла, йыйып әйткәндә, үҙ кеше икәнлеге күренеп тороуы егеткә оҡшаны.
– Йәнтимер булам, – тип ҡулын һуҙҙы шофер. – Танһыҡҡужин.
– Сибәғәт... – был мәҙәк егет мөдиргә оҡшай төштө. Улар икеһе лә бер-береһенең күҙҙәренә ҡараны. «Мин һине беләм, хәҙер һин дә беләһең»,– тигән төҫлө ине ҡараштары.
Йәнтимер мөдирҙең елкәһенә ҡулын һалды:
– Былай Сибәғәт кенә тип йөрөтөү килешмәҫ, атайығыҙҙың исеме кем һуң әле? Һеҙ бит малай-шалай түгел.
Һуңғы һүҙҙәрҙән һуң Сибәғәттең ауыҙы йырылды.
– Ну шәп егет булып сыҡ-
тың да, – тип һөйләнде ул да, шоферҙың арҡаһына шаплап һуғып алып. – Ғата улы булам мин, Сибәғәт Ғатаевич инде, әләйһәң.
Йәнтимер тиҙ генә уны төҙәтте:
– Ғатаевич түгел, ағай, был культураһыҙлыҡты, дөрөҫөрәге, тәрбиәһеҙлекте аңлата. Белдеңме. Һин – Сибәғәт Ғатич! Яңғыраймы?
– Яңғырай...
– Бына шул, Сибәғәт Ғатич, һин кем булаһың инде бында? – Шофер көрәктәй оҙон ҡулдарын ян-яғына йәйеп ырҙын табағы яғына ҡарап һауаны өйөрҙө.
– Мөдир булам мин, ни... Йәнтимер... э-э...
– Танһыҡҡужин!
– Эйе, Йәнтимер Танһыҡҡужин... ҡусты, – тине лә, кәрәге булып ҡуйыуы ихтимал тип, «иптәш» һүҙен дә өҫтәне. Сибәғәттең үҙ хатаһын тиҙ төҙәтеүе Йәнтимергә оҡшаны. Шунан улар икеһе лә, байлыҡ табып ғәҙел бүлешкән кешеләрҙәй, һаһылдашып көлөштө.
– Киттекме? – тине шофер, кабинаһына ултырып. Тегеһе аңламаны.
– Бәй, ҡунаҡты тәүҙә ҡайҙа алып баралар, Сибәғәт Ғатич? Әлбиттә, ҡунаҡханаға.
– Һм-м... Беҙҙең ҡунаҡхана юҡ бит әле, Танһыҡҡужин иптәш.
– Улайһа, фатирға инде. Өйрәнгән баш.
– Фатирғамы? Фатирға була. Кис эштән ҡайтыуығыҙға бынамын тигәнен әҙерләп ҡуйырбыҙ. Сәй-фәлән эсергә тиһәгеҙ...
Кабинала нимә менәндер булышҡан Йәнтимер һуңғы һүҙҙәрҙе генә ишетте.
– Мин, Сибәғәт Ғатич, ғөмүмән, быны танауығыҙға киртеп ҡуйығыҙ, руль артында эсмәйем.
– Юҡ, юҡ, мин сәй хаҡында ине бит...
– Сәй мөмкин. Әйҙә, фатирға бына багажды илтеп ырғытайыҡ та...
Шофер стартерға баҫты. Сибәғәт:
– Әләйһәң, туҡта, әйтеп кенә киләйем, – тип ырҙын табағы яғына йүгерҙе. Йәнтимер уның ҡамыт аяҡтарына күңелләнеп ҡарап ултырҙы. «Быны тыуғас та мискәгә атландырғандарҙыр, күрәһең», – тип уйлап ҡуйҙы.
Сибәғәт кабинаға инеп ултырыу менән ҡуҙғалдылар.
Шофер сигарет ҡабыҙҙы, төтөнөн Сибәғәткә өрҙө...
– Фатир һәйбәт булһын, унан... Ни теге дүрт аяҡлы...
– Эттәре юҡ уларҙың...
– Ҡандаланы әйтәм мин.
Мөдир тәмәке төтөнөн кире өрҙө.
– Ҡандала, ҡустым... Ә-ә, Танһыҡҡужин, алты аяҡлы була. Уларҙы хәҙер музейҙан ғына эҙләргә кәрәк...
Был яңылыҡтан Йәнтимерҙең иҫе китте.
– Кит әле! – тип, был юлы мөдирҙең тубығына шаплатып һуғып алды. – Ә мин уны, ахмаҡ баш, дүрт аяҡлы тип йөрөгәнмен дә... Шул инде, ғүмер буйы йәшә, ғүмер буйы өйрән, ти бит рустар. Факт. Тәбиғәткә яҡыныраҡ торорға кәрәк ул.
Улар, күңелләнеп китеп, кабина тултырып көлөштө. Шунан, бер тыҡрыҡҡа борола башлағас, шофер серле генә итеп әйтеп ҡуйҙы.
– Ғатич, үҙең беләһең, мин буйҙаҡ кеше бит инде...
Тегеһе уны шунда уҡ бүлдерҙе:
– Булыр, булыр...
– Нимә булыр? – тип мәсьәләне асыҡларға тырышты Йәнтимер.
– Һеҙҙең братты беләм инде мин, кем, Танһыҡҡужин иптәш. – Мөдир бармағын шартлатты.
– Шәпме һуң? – шоферҙың күҙҙәре янып китте.
– Шәп кенә тиһеңме, һөлөк кеүек. Во! – Сибәғәт баш бармағын күрһәтте. – Тот та үҙен бөгөндән кәләш итеп ал. Белә белһәң, – мөдир Йәнтимергә бөтөнләй боролоп ултырҙы, – йөҙөнә, буй-һынына ҡарап тормаҫтан, бөгөндән силсәүиткә барып, Фәлән Фәләновна
менән беҙҙең никахты теркәгеҙ, тип әйтергә мөмкин.
– Шулай уҡмы?
– Аш өҫтө.
Улар бейек таҡта ҡапҡалы ҙур йорт алдына килеп туҡтаны. Йәнтимер машинаһын оҙон итеп ҡысҡыртып ҡуйҙы.
– «Һөлөк»лө йортҡа кәрәк ул, – тип аңлатты быны мөдиргә. – Кемдәр килгәнен күрһендәр.
Оҙаҡламай бәләкәй ҡапҡанан ҡырҡ йәшлек ҡатын күренде. Ул, ҡулдарын алъяпҡысына һөрттө лә, күрешергә үрелде.
– Иҫән килеп еттегеҙме?
– Елеп, – тине Йәнтимер, үҙе ҙур ҡапҡаны асып, машинаһын ишек алдына уҡ индереп ҡуйҙы. Хужабикә лә, мөдир ҙә уға аптыраныбыраҡ ҡараны. Ахырҙа: «Танһыҡҡужин иптәш бик принципиаль кеше, багажым бар ти ине», – тип бышылданы Сибәғәт һәм шоферға өндәште:
– Багажығыҙҙы бушатайыммы? – Үҙе кузовҡа үрелеп ҡарарға тырышты.
Йәнтимер моторына май өҫтәгән бер арала кабинаһынан портфелен алып бирҙе. Мөдир кузовты ла ҡараны, башҡа нәмә юҡ ине. Ышанмайыраҡ:
– Бөттөмө әллә?.. – тип һорап ҡуйҙы.
Шофер егет, эшен тамамлап, ҡулын йыуғас:
– Портфелде һаҡ йөрөтөгөҙ, – тип етди генә иҫкәртте. – Эсендә ҡиммәтле әйберҙәр ята.
– Ыстағафирулла, – тип ҡурҡа төштө хужабикә апай. – Юғалып-нитеп ҡуймаһын...
– Юғалмаҫ. Китаптар унда. «Мең дә бер кисә». Ун том.
– Ун том?
– Эйе. Уҡый башлаһаң, айырылырлыҡ түгел. Ғәҙәттә, мин уларҙы ямғырлы көндә уҡыйым.
Сибәғәттең бындай китап хаҡында ишеткәне юҡ ине. Йәнтимергә ҙур ихтирам менән ҡараны.
– Нимә тураһында? Сер түгелдер бит...
– О, Бөйөк Көнсығыш сибәрҙәре!.. Улар, исмаһам, белгән...
– Нимәне белгәндәр?
– Ирҙәрҙең күңелен асырға. Шәһрәзада ана һис тә башын айбалта аҫтына һалырға теләмәй. Төндәр буйы мөхәббәт хаҡында әкиәт һөйләй... – Шунан үҙе үк өҫтәп ҡуйҙы. – Үлгең килмәһә, һин дә һөйләрһең. Шулай бит?
– Шулай, шулай, – тип йөпләне хужабикә лә, ҡала кешеһе ни һөйләр икән тип тыңлап торған еренән ҡайнап ултырған самауырын күтәреп аласығына индерергә иткәйне, уның юлына шунда уҡ Йәнтимер арҡыры төштө.
– Ҡайҙа, үҙем, үҙем, ҡатын кеше ауыр күтәрергә тейеш түгел, – тип, самауырҙы елтерәтеп инеп тә китте. Был мөдир алдында апайҙың дәрәжәһен күтәреп ебәргәндәй итте. Егетте оҡшатты ул.
Сәй эсеп, урындарынан торҙолар. Йәнтимер тирә-яғына ҡаранды ла Сибәғәттең бөйөрөнә төрттө.
– Ә һөлөк?
Тегеһенең башына барып етмәне.
– Ниндәй һөлөк? Ҡандала, тиң.
Шофер сырайын һытты. Апайға һиҙҙермәҫкә тырышып, ҡалаҡ алып ауыҙына килтереп күрһәтте лә яулыҡ ябынған ишара яһаны. Мөдир шунда «пырх» итеп ҡалды. Тегеһе бының яурынына дуҫтарса ғына һуҡты. Сибәғәт, етдиләнеп, фуражкаһын кейҙе.
– Сәғиҙә апай, ә... Әнисә ҡайҙа әле һеҙҙең?
Хужабикә аптырай биреп ҡуйҙы:
– Бәй, ырҙын табағында түгелме ни?
– Да, да. Хәйер, шулай бит әле. – Мөдир төҙәлде. – Төшкә ҡайтып йөрөймө, тиеүем.
– Ҡайтҡанда ҡайта. Өлгөрһә. Эш күп, машиналар килеп кенә тора, ти бит.
– Хәҙер ҡайтып ашарға ла өлгөрөр, – тине мөдир. – Бына үҙ машинағыҙ булды. – Был юлы Сибәғәт юрый Йәнтимерҙән үсен алмаҡсы итте, яурынына берҙе сәпәргә йыйынғайны ла, буйы етмәне, тегене ҡултыҡларға тура килде.
–Эйе, Сәғиҙә апай, бергә ҡайтып йөрөрбөҙ, – тип башын эйҙе егет. – Утынға барырбыҙ, баланға алып сығырмын... Былтыр мин берәүҙәрҙе урманға йыш йөрөттөм. Комбайн ватыла, мин «выжт», тегеләрҙе сейә йыйырға...
Әнисәнең әсәһе яңы ҡунаҡты йылмайып оҙатты. Сыҡһалар, кузов башында бер өйөр бала-саға ине.
– Кшш-ш! Кшш-ш!.. – тип ҡыуаланы тегеләрҙе шофер. Бала-сағаның төшкөһө килмәй. Сибәғәт, быны күреп, Йәнтимерҙең бөйөрөнә төрттө.
– Теймә!
– Сәғиҙә апайымдыҡылармы?
– Эйе, Әнисәнең туғандары...
– Һөлөктөкө инде, тимәк, ну ул һөлөк ҡаҙалһа ла... – тип кәйефләнеп һөйләнде егет. Машина башындағы малайҙарҙың береһенең һиҙмәгәндә генә ыштан резинкаһын тартып сирттерҙе. – Ныҡ ултырығыҙ, бөрсәләр!
Ырҙын табағына етәрәк, Сибәғәт:
– Белһендәр, шилмалар. Бәлки, руль артында еҙнәләре ултыралыр әле, – тип йылмайҙы, ярамһаҡланып. Үҙе: «Был, миңә комбайн күрһәт, тип бәйләнмәһә ярар ине, ҡотолормон тимә, һуңлап киттем», – тип уйланы.
– Факт, – тине шофер. Икеһе лә ихлас көлөштө. Сибәғәттең күҙҙәренән хатта йәштәр сыҡты.
– Ана, тауҙағы комбайнға бар инде һин, – тип төртөп күрһәтте лә тиҙерәк төшөп китте. – Белмәһәң, малайҙар өйрәтер.
Йәнтимергә ни, машина ҡыуаларға ғына булһын. Оҫта йөрөтә ул машинаны, оҫта.
Ырҙын табағы мөдире, улай-былай итеп, келәт алдына сыҡһа, Йәнтимер машинаһы геүләп, саң-туҙан борҡотоп, етеп тә килә. «Уңған» тип уйлап ҡуйҙы үҙе һәм ни өсөндөр егеттең күҙенә салынғыһы килмәйенсә, эскә инеп юғалды.
Йәнтимер, һыу өҫтөнән кәмә шыуҙырған кеүек кенә итеп, машинаһын автоүлсәгес өҫтөнә мендереп ҡуйҙы. Сигнал бирҙе. Шунда үлсәү эргәһендәге кескәй аласыҡтан бер ҡыҙ башы күренде. Бөҙрәләнеп-бөҙрәләнеп маңлайына һирпелгән һарғылт сәстәр, аҡыллы үткер, шул уҡ ваҡытта уйынсаҡ та күҙҙәр, тура нәфис танау һәм буялмаһа ла ҡыҙара бүртеп торған дымлы ирендәр, ғөмүмән, ошолар бөтәһе бергә ниндәйҙер бер күңелде ылыҡтырғыс матурлыҡҡа, һөйкөмлөлөккә эйә булған был һылыу Йәнтимергә шунда уҡ оҡшаны. Ул хатта ҡыуанысын йәшермәне. Үлсәүсегә һонолобораҡ ҡарап:
– О-һо! – тип ҡуйҙы.
Ҡыҙ уға:
– Нимә «о-һо», – тине лә ишектән сыҡты. Шофер егет уның һығылмалы буй-һынын, ҡыҙҙарға ғына хас йомро күкрәктәрен, тулы балтырҙарын күҙҙән кисереп өлгөрҙө.
– Сибәркәй!
Ҡыҙ уға күҙенең ағы менән ҡараны.
– Ну, сибәркәй!.. – тип ҡабатланы Йәнтимер һәм ҡыҙға күҙ ҡыҫты. Тегеһе лә аптырап торманы, ҡаршы күҙ ҡыҫты. Был шофер егеттең күңеленә хуш килде. «Эш бешә, былай булғас, – тип фекер йөрөттө үҙе. – Юҡҡа теге һөлөк менән бәйләндем...» – Йәнтимер Танһыҡҡужин булам! – тине ул, кабина үтәһенән метр ярымлы ҡулын һуҙып.
– Һы, бик танһыҡ инең шул, – тип усына һуҡты ҡыҙ һәм шырыҡ-шырыҡ көлөп алды. Уның көлөүен күреп, егет тә хихылданы.
«Эш беште», – тип ҡәнәғәтлек менән билдәләне Йәнтимер.
– Ҡайҙа бушатайым? – тип һораны.
– Теләһәң ҡайҙа...
Шофер аңламаны:
– Нисек инде улай?
– Ә, үәт шулай! Танһыҡ... Хи-хи!..
– Һа-һа-һа!..
Йәнтимер тиҙлекте тоташтырҙы.
– Сибәркәй, исемең кем әле һинең?
– Белһәң, тиҙ ҡартайырһың.
– Һинең менән бергә ҡартайырға яҙһа, үкенмәҫ инем. Йәл, икенсе ҡыҙға вәғәҙә биреп ташланым. – Ул ҡыҙҙың исемен дә әйтергә йыйынғайны ла, әлегә өндәшмәҫкә булды. Һылыуҡайҙың йөҙөндә ҡыҙыҡһыныу билдәләре барлыҡҡа килде.
– Һорама, исемен әйтмәйем, – тине шофер егет, үҙе Сибәғәткә оҡшатып, баш бармағын күрһәтте. – Во! Һөлөк кеүек...
– Кем һуң ул? – Ҡыҙыҡайҙа ҡатын-ҡыҙҙа була торған ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уянды.
– Әйтмәйем.
– Беҙҙең Нурлыкүлдекеме?
– Әлбиттә.
– Кем һуң ул?
– Исемеңде әйт, әйтәм.
– Ярар, белербеҙ әле. Беҙгә ундай хәбәрҙәр хәҙер килеп етә.
– Нимә, һөйләп тә өлгөрҙөмө? – Егет урынында ҡалҡына биреп ҡуйҙы.
– Кем?
– Мөдир. Сибәғәт Ғатич...
– Ғатич? Хи-хи...
Шул саҡ егет сәғәтенә күҙ төшөрҙө.
– Ярар, күгәрсенем, эш бөткәс, кискә һөйләшербеҙ, – тине эшлекле тауыш менән. – Комбайндар көтөп ултырмаһын.
– Әле генә киткәйнең, ҡайҙан ике бункер тейәп өлгөрҙөң? Ҡайһы комбайндан алдың?
– Икеһенән дә, – тип йылмайҙы шофер.
– Ә теге... машина?..
– «Художник»мы? Илап ҡалды...
– Ниндәй художник? – ҡыҙ аптыраны.
– Кем, кем? Рембрандт! Тапҡан исемен дә. Моғайын, шул хәстрүш һинең артыңдан да йөрөгәндер әле? Ә?..
Ҡыҙ ҡыҙарынды.
– Ҡурҡма, бынан һуң йөрөмәйәсәк, – тип, Сибәркәйҙең ҡыҙарыуын үҙенсә аңлаған Йәнтимер, йоҙроғон күрһәтеп ҡуйҙы. – Исемде ала белгән. Рембрандт Әйүпов, имеш. Ә комбайндар көтөп ултыра, ул баҫыу башында реле ҡутара. Бирҙем берҙе... әйҙә...
Ҡыҙ ҡапыл:
– Ой!.. – тип ҡуйҙы, ауыҙын баҫты. – Нимә, әллә һуҡтымы?
– Запас релемды бүләк иттем, Сибәркәй!..
Арттан машина ҡысҡыртты. Йәнтимер геүләп барып автобушатҡысҡа менеп, игенен люкҡа ауҙарҙы ла йәнә елдерҙе.
– Кис, эштән һуң, күл буйына сыҡ! – тип ҡысҡырып үтеп китте ул, әлегә үҙе белеп өлгөргән берҙән-бер аулаҡ урынды хәтерләп.
Яңы шофер хаҡындағы хәбәр ырҙын табағындағы бисәләр ауыҙына күсеп өлгөргән генә мәл ине. Йәнтимер, машинаһы артынан эҫкерт-эҫкерт саң-туҙан күтәреп, тағы ҡайтып төштө.
– «Художник» һаман ултыра, тирләргә тура килә, – тип аңлатты ашығыуының сәбәбен Сибәркәйгә.
Автобушатҡыс буш түгел ине. Егет машинаһын үлсәүҙән сығарып ҡуйҙы ла, буш минуттан файҙаланып, ҡыҙ артынан аласыҡҡа инде.
– Һа, хан һарайы бит был, – тине ул, яңғыҙы ғына дәфтәр битенә ниҙер яҙып торған үлсәүсегә яҡынлашып. – Тимәк, исемең Сибәркәй инде? Исемең есемеңә тура килә. Кәртинкә! Ах, йәшерәк саҡ булһа.
– Ҡартайып та өлгөрҙөңмө ни?
Тегеһе бының һүҙҙәренән көлдө. Йәнтимер быны, ҡыҙ ҡулға эйәләште, тип уйланы. Уңайлы мәлен тура килтереп, Сибәркәйҙе ҡосаҡлап алды. Тегеһе сәбәләнде, ләкин көсө етмәгәс:
– Абау, албаҫты, түшемдәге энәгә сәнселәһең бит! – тип сырылдап ебәрҙе. Егет шунда уҡ ситкә тайшанды.
– Хәстрүш Танһыҡ, – тип иһаһайланы ҡыҙ, – энәнән дә ҡурҡҡас, нимә бында йөрөйһөң?
– Бергә-нуль, Сибәркәй, – тине Йәнтимер һәм машинаһын ҡуҙғатты...
Эш төн уртаһына тиклем барҙы. Тамам ысыҡ төшкәс кенә комбайндар, арыш урағын бөтөрөп, туҡтап ҡуйҙы. Иртәгә борсаҡ һуға башлаясаҡтар икән..
...Йәнтимер бик арып ҡайтты. Ярты көн буйы бер үҙе ике комбайндан ташыны. Теге Рембрандт тигән егет (уның атаһы художник була алмай яфаланған икән, шуға улына сәйер исем биргән) кискә табан ғына йүнәтелеп сыҡты.
Йәнтимер сәй көтөп торманы, көрөшкә менән һөт күтәреп эсте лә, рәхмәт әйтеп, аласыҡтағы киң һикегә һуҙылып ятты.
– Өйгә инмәйһеңме ни? – тип ныҡышты Сәғиҙә апай. Шофер егеттең Сибәғәт үлтереп маҡтаған һөлөктәй ҡыҙҙы күҙенең сите менән булһа ла күреп ҡуйырға иҫәбе юҡ түгел ине, шулай ҙа баш тартты. Арығайны. «Иртәгә...» тигән уй үтте башынан.
Күпмелер ятҡас, аласыҡ эҫе, тынсыу тойолдо. Одеялын күтәрҙе лә Йәнтимер лапаҫ өҫтөндәге йәшел бесәнгә үрмәләне. Бында рәхәт, саф һауа...
Иртән иртүк кемдеңдер әкрен генә көлөүен ишетеп (ул былай бик сос йоҡлай) уянып китте. Башын ҡалҡытып ҡараһа, үҙенән өс метр ғына ситтә... Сибәркәй сәс тарап ултыра! Йәнтимер үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы, ҡабат ятты, яңынан торҙо.
– Әллә ысын һин инде? – тип һөйләнде ул. Ҡыҙыҡай сылтырап түгелеп усына көлдө.
– Күҙеңә күренәм бит, – тине ул, шунан юрый үпкәләгән булды. – Их һин, Танһыҡ, күл буйына саҡырҙың, үҙең килмәнең, эргәңә менеп яттым, шунда ла ишетмәнең...
– ...Үртәмә! – Хәҙер, ҡыҙыҡайҙың юрғанына, түшәгенә ҡарап, егет уның ошонда алдан уҡ менеп йоҡлағанлығына ышанғайны. Үкенеп кенә елкәһен тырнап ҡуйҙы. – Да-а....
– Нимә, да?
– Исемең хәтергә төштө, Әнисә... – Үҙе, һөлөк ошо була икән, тип йылмайҙы.
Әнисә уны түбәнгә ҡыуҙы.
– Бар, аласығыңа инеп ята һал, әсәйем күреп ҡалһа, икебеҙгә лә эләгер. – Был һүҙҙәр Йәнтимергә оҡшаны, уларҙан ниндәйҙер яҡынлыҡ аңҡығандай итте. Әнисә тағын өҫтәп ҡуйҙы: – Иртәгәнән был урын бөтөнләйе менән һинеке. Мин өйгә инеп йоҡлармын. Белмәнем бит.
– Өркөттөм... – тип мығырҙанды шофер егет, күтәренеп аласыҡҡа инеп барғанда.
Йәнтимер машинаһын майлап, һөртөштөрөп, багына бензин тултырып, ырҙын табағына килгәндә, Сибәғәт уны күптән көтөп тора ине.
– Йә, Йәнтимер Танһыҡҡужин иптәш, тәүге көн нисек үтте? – тип дәрәжәле генә итеп һораны. Шоферҙың кәйефе шәп ине, серле йылмайҙы.
– Көндәрҙән төндәр шәберәк булып сыҡты, Ғатич.
Тегенеһенең мыйыҡтары бейеп ҡуйҙы:
– Кит әле? – тине ул ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйенсә.
– Эйе!
– Ысынмы? Шаяртаһыңдыр...
– Үҙенән һора. – Йәнтимер үлсәү тирәһендәге аласыҡҡа төртөп күрһәтте. Мөдир икеләнде.
– Әле килеп етмәгән.
– Их, Ғатич, мин һине зирәкһеңдер тип уйлаһам тағы.
– Да-а!.. – Сибәғәттең күҙҙәре түңәрәкләнде, ниңәлер «ялп» иттереп колхоз шоферҙары өймәкләшеп торған яҡҡа ҡарап алды.
– Үҙең дә хәтәр кеше булып сыҡтың, әй. Тик был турала бер кемгә лә шаулама, йәме, Танһыҡҡужин иптәш.
– Ә ниңә уны йәшерергә? Хәҙер ана, теге шофер халҡына һөйләйем әле.
– Ҡуй, ҡуй, һин нимә, белмәһендәр. – Сибәғәт аҫтыртын йылмайҙы. – Һәр матур ҡыҙға күҙ атып йөрөүселәр була.
– Әллә бынау «художник»мы? Кисә, релеһын таҙартышҡанда, нимәгәлер ишара яһай ине ул.
– Кем, кем?
– «Художник»... Рембрандт.
– Ә, Әйүповты әйтәһеңме ни? Ниңә, Әнисәгә күҙе төшһә, ғәжәпме ни?
– Бирермен мин уға ғәжәпте. Сибәркәй минеке. Бөгөн иртән, лапаҫ башында, вәғәҙәһен бирҙе. – Бер шытҡас, шытайым әле тип, йәнә өҫтәне. – Беләһеңме, Ғатич, нимә тине? Мин мәңге һинеке, Танһыҡҡайым, ти. – Йәнтимер ошо хәлде күҙ алдына килтерергә тырышты, ләззәтләнеп күҙҙәрен йомдо хатта. Сибәғәткә лә был тәьҫир итмәй ҡалманы, әлбиттә.
– Лапаҫ башында йоҡланығыҙмы ни? – тип мәсьәләне асыҡларға тырышты ул.
– Әйттем дә инде, – тип асыулана биреп ҡуйҙы егет.
– Бергәме?
Шул саҡ Йәнтимер йүгерә-атлай эшкә килә ятҡан Сибәркәйҙе шәйләп алды.
– Ана, үҙе килә, үҙенән һора, ышанмаһаң, – тине лә ҡысҡырҙы: – Сибәркәй, оҙаҡ йоҡлайһың! Минең лапаҫ оҡшаны һиңә...
Тегеһе йоҙроҡ күрһәтте лә, мөдир ул-был өндәшкәнсе тип, аласығына инеп юғалды.
– Шулай, Ғатич... – тине Йәнтимер. – Ярар, ләститте күп һаттыҡ. Комбайндарға һыпыртҡанда ла ярайҙыр инде. Бер кәмселегем бар: тик торорға яратмайым.
Сибәғәт уға ҡарап башын сайҡап ҡуйҙы, аҙыраҡ торғас, тағы сайҡаны.
– Эштәр... – тип мөңгөрҙәне, тиҙҙән тыуасаҡ мәҙәк ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырырға тырышып.
Шунан:
– Бөгөн борсаҡҡа! – тине, Йәнтимерҙең биленә шаплатып һуғып. Ул кисәге көндән ҡыҙарып-бүртеп сыҡҡан тубығын онотмай ине әле.
– И-их, борсаҡ өйрәһе бешертеп эсәбеҙ икән! – тине Йәнтимер, һәм ашығып, машинаһын ҡабыҙҙы.
Бөгөн дә эш һәйбәт барҙы. Борсаҡ шул тиклем уңған, комбайндар баҫыуҙың яртыһына етеп өлгөрмәй, ҡысҡырта башлай. Шнектан тупырҙап ҡойола инде кузовҡа. Үҙе тос, үҙе таҙа!
Йәнтимер төшкә тиклем дә бөтә шоферҙарға ҡарағанда күберәк рейс яһап өлгөрҙө. Уға ҡарап колхоз шоферҙары сәмләнде. Китте бында алыш, китте ярыш. Бер генә минутҡа ла туҡтарға иҫәптәре юҡ.
Ырҙын табағында төшкө аш мәле ине. Бисәләр, борсаҡ өҫтөнә һуҙылып төшөп, төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләй. Ҡайһы берҙәре шул тынлыҡты ла бушҡа үткәрмәй: бала-сағаһына ойоҡбаш бәйләй. Бөтәһе лә кемделер көтә ине.
Шоферҙарҙы ла берәм-берәм кереттеләр оҙаҡламай. Тик тегеләр торламай, сығып һыпыртыу яғын ғына ҡарайҙар. Ахырҙа Сибәғәт машинаһына һыу өҫтәгән Йәнтимер янына килде.
– Хәйерле көн, Танһыҡҡужин иптәш, – тип юхаланыбыраҡ өндәште ул. – Әйҙә әле бер биш минутҡа һин дә кереп тор.
Йәнтимер иҫе китмәй генә:
– Унда миңә ни ҡалған? – тип һораны.
– Ни тип... Бер биш-ун минутлыҡ ҡына лекция ине. Агитатор килгән.
– Килһә, уҡыһын әйҙә. Ә мин бында уға кем?
– Кем түгел дә ул... Башҡа шоферҙар, һин инмәгәс, арандан һикереп сығып ҡасырға йыйынған кәзә бәрәстәре кеүек, һыпыртыу яғын ғына ҡарай.
– Бәй, һыпыртһындар, әлбиттә. Улар өсөн мин эшләргә тейешме ни?
– Ә лекция? – тип аптыраны мөдир.
– Кем уҡый һуң? – Йәнтимер башын күтәрҙе.
– Эй, шунда берәү... – тип сырайын һытты Сибәғәт, үҙенең дә быны бик хуп күрмәгәнлеген һиҙҙерергә тырышып.
– Ундай хөрт лектор булғас, инмәйем, – тине егет һәм кабинаһына ыңғайланы. Келәт алдында икеләнеп баҫып торған башҡа шоферҙар уға ҡарап-ҡарап ала ине. – Сәүкәһен дәфтәренә сәпәһен дә ҡайтып китһен...
Инде былай ҙа барып сыҡмағанлығын аңлаған Сибәғәт хәйләләшергә булды. Йәнтимерҙең ҡолағына бышылданы:
– Мин ни, Танһыҡҡужин иптәш, үҙем өсөн тырышыуым түгел бит. Ни... Әнисә... Сибәркәйең инде, әллә һағынып өлгөргән. Ул көтә һине...
Йәнтимер ҡапыл үҙгәрҙе.
– Сибәркәйме ни?
– Эйе...
Йәнтимер кабинаһынан сыҡты, кәйефләнеп машина көҙгөһөнә ҡарап, сәстәрен төҙәткеләне. Үҙе ауыҙ эсенән генә күңелле йыр йырланы. Быны күреп, Сибәғәт, йөҙөнә бәреп сыҡҡан мутлығын йәшерергә тырышып, келәт эсенә һыпыртты.
Йәнтимерҙең ыңғайлағанын шәйләп, башҡа шоферҙар ҙа кире боролдо. Бында апаруҡ кеше йыйылып өлгөргәйне. Ишек төбөндәрәк Рембрандт тора.
– Кәйефтәр шәпме, сибәркәй? – тине ул, үҙенең бындалығына ҡыуанып. Тегеһе ситкәрәк күсте. Йәнтимер уға тағы ла һыйыныбыраҡ ултырҙы.
– Тик кенә ултыр! – тине Әнисә, үҙҙәренә күптән иғтибар иткән бисәләрҙән оялып. Ул ишек төбөндәрәк урын алған Рембрандтың асыулы ҡараштарын шәйләргә өлгөргәйне. Ҡыҙарынды.
«Кеше алдында, әлбиттә, килешмәй», – тип уйлап ҡуйҙы Йәнтимер һәм, ҡайҡайыбыраҡ ултырып, Әнисәнең сәс толомдары менән уйнарға тотондо. Быны башҡалар күрһә лә, ҡыҙ һиҙмәне. Лекция башланды.
Лекция янғындан нисек һаҡланыу хаҡында ине. Йәнтимер түҙмәне, ҡулын һелтәне лә сығып китте. Машинаһын ҡабыҙҙы. Шунда машинаһын контроль үлсәүгә ҡуйырға кәрәклеген иҫенә төшөрҙө. Ғөмүмән, һәр рейсты иген тейәп килгәндә генә үлсәү ғәҙәте бар ине бында. Көнөнә өс тапҡыр буш машинаны контроль үлсәүгә ултыртаһың. Шул ауырлыҡты аҙаҡ йөк менән бергә булған ауырлыҡтан алаһың да ташлайһың. Әле Әнисә кәрәк ине.
Лекция тигәндәре бөткән, ахыры. Халыҡ сыға башланы.
– Сибәркәй! – тип ҡысҡырҙы Йәнтимер. Теге юҡ та юҡ, келәт алдындағылар рәхәтләнеп көлөшә. Йәнтимер ҙә шунда йүнәлде. Килһә ни күҙе менән күрһен: халыҡ ҡарап тора, ә Сибәркәй менән художник иген өҫтөндә аунаша. Берсә Әнисә егет өҫтөнә сыға, берсә егет ҡыҙҙы ҡыҫып ала. Бөтөнөһө шау-гөр һаһылдай.
– Әнисә, бирешмә!
– Әйүпов, нимә ҡарап ятаһың инде!.. – Быныһы Сибәғәттең тауышы. Ул, яңынан килеп ингән Йәнтимерҙе күреп, тиҙ үк шымды. Көлөүенән саҡ тыйылып тора.
Йәнтимер эргәһендәге шоферҙан һорай:
– Был ниндәй аттракцион?
– Ә-ә... Рембрандт Әнисәне үбергә бәхәсләште...
– Үбергә?.. – Йәнтимер бер аҙым алға атлап ҡуйҙы, уны эргәһендәге апай кеше еңенән тартып туҡтатты.
– Ҡаплама әле! Кәләше бит, үпһен инде...
– Нисек... нисек кәләше? – Йәнтимер апайҙың күҙҙәренән дөрөҫлөктө эҙләп кире боролғансы, Рембрандт Әнисәне ҡыҫып ҡосаҡлап үпкәйне инде. Бөтәһе лә:
– Булды, булды, маладис! – тип шаулашты. Әнисә күлдәген ҡағып:
– Тфү, мәсхәрә, ауыҙы бит әле, шапаҡ ауыҙ, тәмәке борҡоп, – тине һәм ҡулының һырты менән ирендәрен һөрттө. Кемдер шунда:
– Кис үҙең үбәһеңдер әле, – тип ҡысҡырҙы.
Ҡыҙ шулай ҙа шат ине. Быны күргән Йәнтимер, түҙмәне, осоп барып, Рембрандтты яғаһынан бөрөп алды.
– Һин нимә, художник, көлөргә булдыңмы? – Ул буйға оҙон, шыйыҡ күренһә лә, көтөлмәгәнсә көслө ине. Рембрандтты елтерәтеп ерҙән күтәреп, йоҙроғон йомарланы. Халыҡ аптырап ҡалды.
– Уй, Танһыҡ!.. – тип ҡысҡырҙы Сибәркәй, бының ҡулын тотто.
Йәнтимер, ахырҙа:
– Аттракцион ойошторҙоңмо, худ-дожник... – тине лә ҡаҡса буйлы Әйүповты иген өҫтөнә мәтәләтте.
Бер кем бер ни өндәшергә баҙманы.
– Улым, шаярта ғына бит, көлмәй, – тине бая еңенән тартҡан апай. – Беҙҙә ҡайҙа ул ҡыҙҙарҙан көлөү. Мәрәкәләшеү бит был. Ауыл ерендә шулай инде, уйнап-көлөп тә алмағас... Ҡала түгел дә, ауыҙҙы гел турһайтып йөрөргә...
Йәнтимер Рембрандттың былай ҙа Әнисәгә рейс яһаған һайын йылмайып үткәнен һиҙә ине. Шул автоүлсәүгә машинаһын мендереп туҡтатһа, алтын тапҡан кешеләй ҡыуана. Ә Йәнтимергә был оҡшамай. Бер юлы шул үсен дә алырғамы әллә? Хәйер. Эш ваҡыты, ярамай. Тегендә комбайн көтәлер. Шулай ҙа иген таҙартҡыс артында боҫобораҡ торған Сибәғәткә бармаҡ янарға онотманы:
– Һин, Сибәғәт Ғатич, кешене кешегә һөсләтмә, бигерәк тә эш ваҡытында...
Тегеһе аҡланырға тырышты:
– Танһыҡҡужин иптәш, уйын бит...
– Бер ҙә уйын түгел, Ғатич, үҙ ҡолағым менән ишеттем. Художникка нимә тинең? Ә? Әйүпов, нимә ҡарап ятаһың инде, тип кем ҡысҡырҙы?.. Ә эш хаҡында мөдир ҡайғыртмай...
Сибәғәттең мыйыҡтары дерелдәне. Ҡапыл ҡатмарлашып киткән был ваҡиғаның тыныс бөтөүе барыһын да яңынан күңелләндереп ебәрҙе. Был ҡунаҡ егет әллә ысын ҡылана, әллә юрый, аңларлыҡ түгел ине шул. Ҡабатлап һаһылдаштылар. Бигерәк тә «Ғатич» тигән һүҙ бисәләргә оҡшап ҡалды.
– Ғатич, елгәргескә ҡайһы иләкте ҡуяйыҡ?
– Ғатич, борсаҡҡа күсәйекме?
– Ғатич... – тип өҙлөкһөҙ яңғырап тик торҙо тирә-яҡҡа.
Йәнтимерҙең күңеле йомшаҡ шул. Мыштайып ҡына машинаһы эргәһенә китеп барған Әйүповты туҡтатып:
– Ярар, ҡартлас, борсолма, – тип елкәһенә ҡулын һалды. – Донъя булғас, була инде. Тик был аттракцион ҡабатланмаһын! Ул бит ҡыҙ кеше.
Эй-эй, оят, үҙеңде түбәнһеттең, художник!.. Теләйһеңме, мин һиңә яңы генератор бирәм...
– Бының бер шаригы етмәй тиһәм, егеттәр, эш өсөн үлеп бара, – тип һөйләнде колхоз шоферҙарынан кемдер. – Ә унан өйрәнәһе нәмәләр беҙгә етерлек.
Шунда икенсеһе һүҙгә ҡушылды.
– Аҡса өсөн ҡыуалай инде.
Ләкин уға шунда уҡ ҡаршы төштөләр:
– Юҡ, аҡса өсөн түгел. Уның йөрәгендә беҙ аңламаған ниндәйҙер ихласлыҡ бар.
– Ярҙамсыл...
– Эйе, ярҙамсыл. Ана, Рембрандт ватылып ултырғас, релеһын бирҙе. Әле һуң, тегенең машинаһы зарядка бирмәгәнде күреп йөрөй бит, өр-яңы генераторын тотторҙо ла китте. Ә ундайҙы бар тиҙ генә табып ҡара...
Шоферҙар таралышты. Рембрандт был юлы Әнисә яғына ҡарамай үтте. Тегенеһенең дә иҫе китмәне.
Кискә табан, сираттағы рейстан ҡайтҡанда, Йәнтимер машинаһын бушатты ла Әнисә янында туҡтаны. Машиналар, ғәҙәттә, сыҡҡан саҡта туҡтап тормай ине.
– Сибәркәй, салют! – тине егет. – Хәлдәр нисек?
Ҡыҙыҡай Йәнтимерҙең күңеленең изге икәнлеген һиҙә ине. Уға ҡаршы йылмайҙы.
– Бөгөн дә иң күп центнер һинеке, – тине ул. – Ҡотлайым, Танһыҡ!
– Ул турала аҙаҡ. Кил әле бында, – егет уны бармағы менән ымлап саҡырҙы. Был минутта Сибәркәй уға йәл булып күренде. Рембрандтҡа кейәүгә сығырға йөрөгәнен комбайнерҙарҙан ишеткәйне инде. Матур ҡыҙ, һөлөк фекер өҫтәп ҡуйҙы: «Әйҙә, бәхетле булһындар, донъяла ҡыҙҙар бөтмәгән...»
Әнисә уның машинаһының подножкаһына менеп баҫты. Күҙҙәрен уйнатты.
– Мин һине йәлләйем, Сибәркәй. – Йәнтимер ҡапыл тынып ҡалды. Уларҙың ҡараштары осрашты. Әнисә батырайҙы.
– Ә һин мине йәлләмә, – тине ул. – Мин ундай йәлләтеп йөрөүселәрҙән түгел.
Йәнтимер икеләнде. Шунан:
– Сибәркәй, унда борсаҡты йыйҙырып бөттөләр. Комбайндар китте, – тине, ситкә төбәлеп. – Ә художник... араҡы эсергә ҡалды... Йөгө бушатылмаған.
Ҡыҙ ҡапыл үҙгәрҙе.
– Кем менән? Алдамайһыңмы?
Егет үпкәләне, тиҙлекте тоташтырҙы.
– Улайһа, төш машинанан! – Тауышы ҡырыҫ яңғыраны, Әнисә үҙен ҡулға алды.
– Ғәфү ит, Танһыҡ. Кем менән ҡалды, зинһар өсөн, әйт әле?
– Ә һин художникты ташламаҫһыңмы?
Ҡыҙыҡай, «юҡ» тигәнде белдереп, башын сайҡаны.
– Һыу ташыусы менән. Миңә әйткәйнеләр, ҡалманым. Ниңәлер феләктәрҙәге һыуҙы түктеләр...
Әнисәнең ҡапыл ярһыуы йөҙөнә бәреп сыҡты. «Асыуланғанда бигерәк тә матур икән», – тип ҡуйҙы. Ул ҡуҙғалырға киткәс, ҡыҙыҡай мөдиргә ҡысҡырҙы:
– Сибәғәт ағай, минең урынға ҡалып тор әле, хәҙер ҡайтам, – тип кабинаның икенсе яғынан урап килеп машинаға ултырҙы. – Мин дә һинең менән...
Йәнтимер Сибәғәткә ҡул болғаны. «Юҡҡа мин уны битәрләнем», – тигән уй төштө башына.
– Ғатич, пока!.. – тип ҡысҡырҙы. Уларҙың икеһенең бер машинаға ултырып алыуын күргән мөдир йылмайҙы.
– Уңыш теләйем, – тип үҙенсә аңлап, ҡул болғаны. – Сәғиҙә апайға ҡоймаҡ ҡойорға әйтеп ебәрермен...
Яланғасланып ҡалған борсаҡ баҫыуына еткәндә киске эңер төшкәйне инде. Рембрандттың машинаһы шунда тора, машина янында оҙон арба егелгән ат сапсына.
– Һин «художник»ты әрләмә инде, ул насар кеше түгел, – тип һөйләнә Йәнтимер. Ирендәрен ҡымтыған ҡыҙыҡай өндәшмәй.
Килеп туҡтанылар. Тегеләр, Әнисәне күреп, һиҫкәнделәр. Ләкин киң йылмайыусы Йәнтимерҙе күргәс, тынысландылар.
– Һый бөткәс килдегеҙ бит
әле, – тип буш шешәне ситкә тибеп осорҙо Рембрандт, ҡытырҙап ҡыяр сәйнәп. Һыу ташыусы ир уға ярамһаҡланып көлдө.
– Бәлки, ҡунаҡ шоферҙыҡы барҙыр...
Әнисә әкрен генә тегеләргә яҡынлашты ла оҙон арбаға йығып һалынған феләктәрҙе берәм-берәм асты. Эсенән ҡамыл өҫтөнә шыптырҙап борсаҡ ҡойолдо.
– Э-эһе, өйрәлек, еңгәгеҙгә... – тип кеткелдәне һыу ташыусы.
Шул саҡ Йәнтимер кабина эскәмйәһенә лыпын ултырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Сибәркәй өндәшмәй генә йылмайып баҫып торған «художник»тың сикәһенә уңлы-һуллы сабып ебәрҙе. Күҙ асып йомған арала булды был.
– Ә хәҙер кире бушатығыҙ! – тип бойорҙо Әнисә икеһенә лә. Үҙе, күҙҙәрен ҡаплап, Йәнтимер машинаһына йүгерҙе.
– Киттек, тиҙерәк, Танһыҡ!.. – тине ул, һулҡылдап.
Ҡуҙғалып юлға сыҡтылар. Ситтән теге икәүҙең феләктәрҙе машинаға бушатыуҙары күренде. Шунан һыу ташыусы атына сапты ла ауылға ҡарай тураға елдерҙе.
«Харап иттем, – тип әсенде Йәнтимер. – Бер-береһен ныҡ яраталар, тип һөйләйҙәр ине...» Ул машинаһын ырҙын табағына ҡарай борҙо. Ләкин баянан бирле өндәшмәй ултырып килгән Әнисә уның яурынына ҡағылды.
– Унда һинең Ғатичың үлсәп, ҡабул итер әле. Әйҙә, Нурлыкүлгә төшөп һыу инәйек...
«Һе, бөттө, емерелде художниктың мөхәббәте. Был бөтөнләй миңә әүрәне. Һөлөк! Да, үҙен күрмәйенсә үк ауыл советына барып яҙылырлыҡ шул, Сибәркәй!..» Шулай ҙа машинаһын күл буйына туҡтатты.
Киске эңерҙә рәхәтләнеп һыу ҡойондо улар. Һыу йылы. Арығанлыҡ бөтөп ҡалғандай итте. Сығып кейенә башланылар. Йәнтимер Әнисәнән күҙҙәрен алмай. Уның һыны мәрмәрҙән ҡойолған кеүек һоҡланғыс ине. Аҙаҡ, ҡыҙыҡайҙан тартынып, артына боролдо. «Үҙе риза булһа, өйләнергә кәрәк», – тип уйланы ул.
Ырҙын табағы алдына килеп туҡтағас, Әнисә ҡапыл егеткә боролдо. Күҙҙәре яңынан күңелле йылтыраны.
– Танһыҡ, – тине ул, һәм, икеләнгәндән һуң, дауам итте. – Танһыҡ... Бөгөнгө хәл тураһында бер кемгә ләм-мим, йәме! Мин уны үҙем...
Шунан, ергә һикергәс, йәнә кабинаға үрелде.
– Киләһе ялға тиклем булаһыңмы әле һин беҙҙә?
– Булам.
– Улайһа, мин һине туйыбыҙға саҡырам. – Әнисә, ҡулын болғап, ырҙын табағы эсенә йүгерҙе.
Йәнтимер һис ни аңламаны. Гүйә, уның башына күҫәк менән тондорҙолар инде. Әллә күпме иҫәңгерәп ултырғас ҡына, нимә әйтергә белмәйенсә:
– Сибәркәй... – тип бышылдап ҡуйҙы.