

Рәсәйҙә 2026 йылдан ике һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә яңы ярҙам саралары индереләсәк.
Ил президенты Владимир Путин иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
Ил башлығының һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда илдә фәҡирлек кимәлен кәметеү буйынса эштәр дауам итә.
Илебеҙ эҙмә-эҙлекле рәүештә 2030 йылға билдәләнгән йүнәлеш буйынса бара, атап әйткәндә, Владимир Путин ярлылыҡ кимәлен 7 проценттан кәмерәк, ә 2036 йылға 5 проценттан кәмерәк итеү тураһында иҫкә төшөрҙө. Шулай ҙа президент фәҡирлек кимәлен баһалағанда кешенең һәм уның ғаиләһенең объектив, матди хәленең тулы картинаһын күреү һәм, башҡа килем күләмен иҫәпкә алыуҙан тыш, комплекслы алымдар ҡулланыу мөһимлегенә иғтибар итте.
“Яңы инструментҡа ихтыяж булыр һәм беҙҙең социаль ярҙам системаһын адреслыраҡ, һөҙөмтәлерәк һәм ғәҙелерәк итеүгә булышлыҡ итер, тип иҫәпләйем,"- тине Владимир Путин.
Р.ЗАМАНОВА.