Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Декабрь 2025, 05:27

Владимир Путин Илдар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен бирҙе

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илдар Әмир улы – Севастополь дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың Һәм Татарстандың халыҡ артисы.

Владимир Путин Илдар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен бирҙеВладимир Путин Илдар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен бирҙе
Владимир Путин Илдар Абдразаҡовҡа Рәсәйҙең халыҡ артисы исемен бирҙе

Күренекле опера йырсыһы, Башҡортостан егете Илдар Абдразаҡовҡа илебеҙҙең музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелде. Рәсәй президенты Владимир Путин ошо турала указға ҡул ҡуйған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илдар Әмир улы – Севастополь дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың Һәм Татарстандың халыҡ артисы.

«Башинформ» агентлығы яратҡан артисыбыҙҙы абруйлы награда алыуы менән ҡотлай һәм артабан да ижади уңыштар теләй!

Сығанаҡ.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас