

"Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы танышыу проектының дүртенсе бәхетле пары сәстәрен сәскә бәйләне бөгөн! Кейәү – Баймаҡ районы егете Фәнил, кәләш – Хәйбулла һылыуы Айгизә. Ғаилә башлығы вахта методы менән эшләһә, Айгизә - сәнғәт кешеһе. Быйыл йәй айында танышып, аралашып, дуҫлашып йөрөгәндән һуң улар ғаилә ҡорорға ҡарар итә. Сираттағы хеҙмәт емештәрен барлап, 30-45 йәш арауығындағы алдынғы ҡарашлы, рухлы йәштәрҙе берләштереү, уларға танышыу, аралашыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу һәм киләсәктә башҡорт ғаиләләрен арттырыу маҡсатындағы проекттың ойоштороусылары, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Илүзә Кәримова, Илшат Игебаев һәм Фәнилә Бәширова йәштәрҙе ҡотлап, изге теләктәрен юлланы.
Республиканың төрлө мөйөштәренән йыйылған йәштәр аралашыуын, төрлө осрашыуҙар үткәреүен дауам итә. Яҡын арала сираттағы – бишенсе парҙың никахы көтөлә.
Фәнил менән Айгизәне иһә никах көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бергә үтер юлдары яңы яуған ҡарҙай аҡ, ынйылай саф, хыялдары ҡанатлы ҡош булһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәйенсә, бер-берегеҙҙе һаҡлап, терәк-таяныс булып, яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөп, тыныс, имен тормошта йәшәргә насип булһын һеҙгә, хөрмәтле йәштәр!" - тип хәбәр ителә Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә.
Беҙ ҙә йәш ғаиләне ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/ashkadarstr ҡушылығыҙ!