Йәмғиәт
14 Декабря 2025, 08:00

Бөгөн - Башҡорт теле көнө. Байрамыбыҙ менән, дуҫтар!

Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн.

Бөгөн - Башҡорт теле көнө. Байрамыбыҙ менән, дуҫтар!Бөгөн - Башҡорт теле көнө. Байрамыбыҙ менән, дуҫтар!
Бөгөн - Башҡорт теле көнө. Байрамыбыҙ менән, дуҫтар!

Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә. Үҙ туған телен, ата-әсәләрен, олатайҙарын, йүндәрен өйрәнеү цивилизациялы кеше өсөн мотлаҡ. Беренсенән, был кешенең рухи донъяһын байыта, икенсенән, туған телде өйрәнеүҙе күпкә еңеләйтә.

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
(Зәйнәб Биишева.)
 
Башҡорт теле
 
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!
 
Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
 
Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!
 
Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,
Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,
Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!
 
Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле — минең телем!
 
Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Аҡмулланың тыуған көнөнә тап килтереп билдәләнгән туған телебеҙ көнө менән, дуҫтар!

 

Бөгөн - Башҡорт теле көнө. Байрамыбыҙ менән, дуҫтар!
Бөгөн - Башҡорт теле көнө. Байрамыбыҙ менән, дуҫтар!
Бөгөн - Башҡорт теле көнө. Байрамыбыҙ менән, дуҫтар!
Бөгөн - Башҡорт теле көнө. Байрамыбыҙ менән, дуҫтар!
Автор:
Читайте нас