

Күргәҙмә Стәрлетамаҡтағы эшҡыуар һәм меценат Рафаэль Мифтахов ойошторған проект буйынса уҙғарыла. Проекттың инициаторы һүҙҙәренсә, пленэр йыл һайын уҙғарыласаҡ һәм Башҡортостанда мәҙәни туризмды үҫтереү өсөн яңы перспективалар асыусы мөһим мәҙәни проект булып тора. Ул сентябрь айында Пенза рәссамы Евгений Гололобов менән бергәләп, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Һамар, Углич, Чебоксар, Ҡазан, Пенза, Яр Саллы ҡалаларынан килгән тиҫтәнән ашыу пленэр рәсем сәнғәте оҫталарын Башҡортостандың матур урындарына алып барып йөрөткәйне. Беҙҙең ожмахтай еребеҙгә беренсе тапҡыр килгән ҡыл ҡәләм оҫталарының иҫтәре китте. Улар ике аҙна дауамында Толпар ауылы, Ғүмәр тарлауығы, Мәмбәт ҡаяһы, Миәкә районы, Стәрлетамаҡ шихандары – Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау кеүек матур урындарҙан илһам алып, картиналар яҙғайны. Артабан пленэрҙа ҡатнашыусылар Еҙем тәбиғи паркын барып күреп, Толпар ауылының мөғжизәле күренешен һәм Мәмбәт ҡаяһына менеп, иҫ киткес матурлыҡты төшөргәндәр. Шулай уҡ үҙенең сусаҡ тауҙары менән дан тотҡан Миәкә районын барып күргәндән һуң, пленэр Стәрлетамаҡтың Иҫке ҡала биҫтәһендәге боронғо тарихи урындарҙы барып күреү менән тамамланғайны.
Әлеге күргәҙмә ошо плэнерҙың һөҙөмтәһе булараҡ асылды. Был эштәрҙе 18 ғинуарға тиклем Стәрлетамаҡ Картиналар галереяһына барып ҡарарға мөмкин.
Роза САФИНА.
Фотолар Картиналар галереяһы сайтынан алынды.