Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Декабрь 2025, 09:11

Владимир Путинға һорау биреп өлгөр

Һорауҙар махсус мобиль ҡушымта аша ла ҡабул ителә.

Владимир Путинға һорау биреп өлгөрВладимир Путинға һорау биреп өлгөр
Владимир Путинға һорау биреп өлгөр

19 декабрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһы эфирға сыға.

Һәр ваҡыттағыса дәүләт башлығы Владимир Путин тура эфирҙа уҙып барған йылға йомғаҡ яһай, журналистарҙың һәм халыҡтың һорауҙарына яуап бирә.

Һәр кем moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) программаһы сайтында, 0-40-40 һынана һәм 8-800-200-40-40 телефоны буйынса СМС йәки ММС-хәбәр ярҙамында һорау бирергә мөмкин.

 

Һорауҙар махсус мобиль ҡушымта аша ла ҡабул ителә.

Рәсәй Президентына текст һәм видеоһорауҙарҙы “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәре аша ебәрергә мөмкин. Программаның рәсми төркөмдәре – vk.com/moskvaputinu һәм ok.ru/moskvaputinu. Бынан тыш, MAX мессенджерында чат-бот менән файҙаланыу мөмкинлеге бар – max.ru/moskvaputinu.

Һорауҙар 19 декабрҙә программа тамамланғансы ҡабул ителә.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас