

Ун йыл эсендә Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны өстән бер өлөшкә тиерлек – 46 меңдән 59 меңгә тиклем артҡан. Республикалағы һәр һигеҙенсе ғаилә – күп балалы! Был күрһәткес буйынса төбәгебеҙ Волга буйы федераль округында – иң алдынғы, ә Рәсәй буйынса етенсе урынды биләй.
Социаль фондтың республика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүге сабыйҙар йышыраҡ 25 йәше тулған әсәләр өлөшөнә тура килә, икенсе һәм өсөнсө балаларын ҡатын-ҡыҙҙар 30 – 35 йәш арауығында таба. Күп балалы ғаиләләр артыҡ етеш йәшәмәй тигән фекер таралыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда уларҙың күбеһе аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына инмәй. Ҙур ғаилә ҡороу традицияһы беҙҙә элек-электән хупланған.
Күп балалы әсәнең унынсы сабыйы тыуған
Ошо көндәрҙә төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында Ҡалтасы районында йәшәүсе Эвелина Бикмырҙинаның унынсы сабыйын табыуы тураһында хәбәр иттеләр. Табиптар әйтеүенсә, унынсы тапҡыр бала табыу медицина персоналынан айырым иғтибар талап итә, сөнки өҙлөгөү хәүефе арта. Бәхеткә күрә, сабыйҙың донъяға килеүе уңышлы үткән.
– 3300 грамм ауырлыҡтағы малай имен-аман тыуҙы. Дүртенсе тәүлектә әсә һәм сабый өйҙәренә ҡайтып та китте. Уларҙы унда ҙур татыу ғаилә шатланып көтә. Бикмырҙиндарҙы ошо шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайбыҙ! – тип яҙҙы табиптар.
Билдәле булыуынса, Бикмырҙиндар ғаиләһендә ете ҡыҙ һәм өс малай үҫә.
Көнкүреш һәм башҡа мәсьәләләр хәл ителә
Республикала ғаиләләргә һәр саҡ ҙур иғтибар бүленде. Ошо йүнәлештәге эште көсәйтеү өсөн 2018 йылда төбәктең Хеҙмәт министрлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тип үҙгәртелде. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, тыуымды арттырыуға булышлыҡ итеү, ғаиләләрҙең именлеген тәьмин итеү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыла.
Шул уҡ 2018 йылда Башҡортостанда «Ғаилә» республика үҙәктәре асылды. Бында ата-әсәләргә һәм балаларға тормош юлында осраған төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәләр. Улар иҫәбендә – көнкүреш мәсьәләләрен, ғаилә низағтарын хәл итеү, психологик һәм юридик ярҙам күрһәтеү. Үҙәктәрҙә төҙөлөш инструменттары һәм техника прокаты пункттары эшләй. Мәҫәлән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр бысҡы, шөрөп борғос, перфоратор һәм башҡаларҙы бушлай ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса «Ғаилә» үҙәгенә мөрәжәғәт итергә генә кәрәк.
Белем биреүҙән алып бушлай йөрөүгә тиклем
Әлеге ваҡытта республикала балалы ғаиләләр өсөн 40-тан ашыу ярҙам төрө булдырылған.
2024 йылдан күп балалы ғаиләләр, улы йәки ҡыҙы түләүле мәктәптә, колледжда, юғары уҡыу йортонда белем алған осраҡта, түләгән сумманың 50 процентына тиклем өлөшөн (ләкин 30 мең һумдан күберәк түгел) кире ҡайтарыу мөмкинлегенә эйә булды.
«Күп балалы ғаиләләрҙәге балалар өсөн белем алыуға ташламалар тураһында мөһим закон ҡабул ителде, – тип яҙҙы республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Был социаль ярҙам сараһы түгел, ә күп булмаған демографик сараларҙың береһе (бында килем иҫәпкә алынмай). Бер нимәгә ҡарамаҫтан, балаларына белем бирергә ынтылған ата-әсәләр һиҙелерлек ярҙам аласаҡ. Бала табыуға яуаплы ҡараған күп кешеләр өсөн балаларын лайыҡлы киләсәк менән тәьмин итеү мөһим роль уйнай».
Былтырҙан алып күп балалы ғаиләләр дәүләт музейҙарына, мәҙәниәт һәм ял парктарына, күргәҙмәләргә бушлай йөрөй ала. 2024 йылдың 1 сентябренән ишле ғаиләләрҙәге уҡыусылар өсөн ҡала транспортында – автобус, троллейбус, трамвайҙа йөрөү бушлай ителде. Льгота ғаиләнең финанс хәленә ҡарамай бирелә һәм мохтажлыҡты раҫлауҙы талап итмәй. Әйткәндәй, республика властары күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары күрһәткәндә мохтажлыҡ критерийҙары әкренләп бөтөрөлә башлаясаҡ, тип билдәләй.
Күп балалылыҡ статусы мөҙҙәтһеҙ ителде
Уҙған йылдың тағы бер мөһим яңылығы – өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләнең күп балалы тигән статусы мөҙҙәтһеҙ нығытыла, социаль ярҙам сараларының күбеһе өс баланың иң өлкәне бәлиғ булғансы бирелә.
– Балалары үҫкәс тә ғаилә күп балалы булыуҙан туҡтамай, – ти министр Ленара Иванова. – Күп финанс ярҙам саралары балаларҙың өлкәндәренә, әгәр улар юғары уҡыу йортонда йәки колледжда белем алыуын дауам итһә, 23 йәш тулғансы һаҡланып ҡала. Мәҫәлән, колледжда уҡыу хаҡын өлөшләтә компенсациялау, балаға тәғәйен айлыҡ пособие, дүрт һәм унан күберәк балалар өсөн түләүҙәр, коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә аҡсалата компенсация, һалым льготалары, өҫтөнлөклө тәртиптә социаль контракт һәм башҡа федераль һәм төбәк ярҙам саралары. Йәғни бәлиғ булып та, уҡыуын дауам иткән балалар аҡсалата түләүҙәр һәм льготалар билдәләгәндә ғаилә составына инә. Элегерәк ҡануниәттә был ҡаралмағайны.
– Башҡортостанда йәшәгән милләттәр өсөн ҙур ғаилә һәр ваҡыт төп байлыҡ булып һаналды. Республикала 60 меңгә яҡын күп балалы ғаилә булыуы менән ғорурланабыҙ. Ныҡлы ғаилә, бәхетле бала саҡ – дәүләт тотороҡлолоғоноң, тотош ил үҫешенең төп шарттарының береһе. Беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлеш – сәләмәт балалар үҫтереү һәм тәрбиәләү өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу, һәм беҙ ошонан тайпылмаясаҡбыҙ.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы.
БЕЛЕП ҠУЙЫҒЫҘ
Ташламалар картаһы
Республикала күп балалы ғаиләләргә дәүләт кенә түгел, бизнес та ярҙам итә. Эшҡыуарҙар уларға үҙ тауарҙарына һәм хеҙмәттәренә ташламалар тәҡдим итә. Актуаль тәҡдимдәрҙе Башҡортостандың Ғаилә порталындағы (www.семьярб.рф) «Ташламаларҙың интерактив картаһы»нда ҡарарға мөмкин. Бөгөн бында биш проценттан йөҙ процентҡа тиклем ташлама тәҡдим иткән 900-ҙән ашыу ойошма бар.