

Ул 24 йәшлек кенә булыуына ҡарамаҫтан, күҙ алдына ирекһеҙҙән тормошто төрлө һынауҙар аша күреп өлгөргән ир уртаһы килеп баҫа. Ғәлинур һөйләгәндәрҙән фронттың атыш тауыштарынан ғына ла тормағанына инанаһың. Унда ла тормош, әммә һуғыш шарттарында...
Хәрби хеҙмәткә тиклем Ғәлинур бер юлы ике уҡыу йортонда – Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжына һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында уҡып өлгөрә. Әрме хеҙмәте бурысын Мурманск өлкәһендә моряк булараҡ үтәй.
– Хәрби булырға бала саҡтан уҡ хыяллана инем ысынын әйткәндә, – тип серҙәрен дә сисә герой. – Һуғыш тураһында кинолар ҡарап, яҡын туғаным, полковник Тәлғәт Мусаҡаев менән аралашып ошондай теләк тыуҙы, Шуға бала саҡтан үҙемде ныҡлы итеп әҙерләй башланым, – тип бәйән итә ул.
Шуға мәктәпте тамамлағас та күп уйлап тормай, Һарытау өлкәһенә хәрби училищеға йүнәлә. Әммә Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре килеп өлгөрмәү сәбәпле был теләктән баш тартырға тура килә. Ике уҡыу йортон тамамлап, ул әрмегә юллана.
Ваҡыт үтә, ә бит егеткә бала саҡ хыялы барыбер тынғы бирмәй һәм әрме хеҙмәте тамамланмаҫ уҡ хәрби контрактҡа ҡул ҡуя ул.
Күп тә үтмәй, махсус хәрби операция башлана һәм хәрби бурыс менән ефрейтор Мусаҡаев МХО биләмәһенә юллана. Барлыҡ хәрби серҙе сисеү тыйыла, шулай ҙа, дөйөмләштереп әйткәндә, Ғәлинур унда яугирҙарҙың психологик, күңел торошо һәм тәртибе өсөн яуаплы бурыс атҡара.
– Бурыстар төрлө, маҡсат бер – Еңеү! – ти яҡташ яугир. Кәрәк икән, дош-ман позицияһына йөҙ метр аралыҡта автомобиленә ултырып сығып та китә ул, кәрәк икән, “ҡоштар”ҙы ла атып төшөрә, дошманға ҡаршы ла бара...
“Ҡоштар” тигәндән үҙенең үткер күҙе менән дан тота Ғәлинур, дошмандарҙың әллә нисәмә ут яуҙырыусы аппаратын бәреп төшөрөп, хатта дәүләт наградаһына ла лайыҡ булған – уға Жуков миҙалы тапшырғандар!
Ғәлинур Ғәзинур улы бар яҡтан да бар килгән һалдат, һуғышта ла батырлыҡтар күрһәтә, Башҡортостан Башлығы ҡара-мағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белемен дә камиллаштыра, йәмғиәт эштәренә лә өлгөрә. Мәҫәлән, “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыу маҡсатында бөтә имтихандарҙы уңышлы тапшыра, әммә конкурсҡа ҡайтып өлгөрмәй. Ни ҡылаһың, хәрби бурыстың үҙ ҡануны. Әлбиттә, уның барыһы ла алда әле, килер Еңеү һәм конкурстарға ла, башҡа ҙур эштәргә лә ваҡыт табылыр.
Ғәлинур Мусаҡаев ишле ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләгән ата-әсәһенең генә түгел, барлыҡ яҡташтарының ғорурлығы. Имен-аман, Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын һиңә, һалдат!
Рәмил МАНСУРОВ.
Автор фотоһы.