

Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең менән ҙур ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашҡы килә! 2026 йылдың 15 ғинуарында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе (Ленин проспекты, 30в) сәхнәһендә “Ашҡаҙар” гәзитенең 35 йәшенә арналған ҙур юбилей концерт-тамашаһы үтәсәк! Концерт 16.00 сәғәттә башлана. Яугирҙарыбыҙға арналған күргәҙмә һәм фотозона 15.00 сәғәттән эшләй башлаясаҡ!
Ошо күркәм сараға, ҡәҙерле ветерандарыбыҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ, матбуғат дуҫтары, башҡорт рухы, башҡорт моңона һыуһаған милләттәштәребеҙ, һеҙҙең барығыҙҙы ла беҙҙең ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашырға саҡырып ҡалабыҙ!
Тамашала һеҙҙең өсөн Башҡортостандың халыҡ артистары Артур Туҡтағолов, Заһир Зәйнетдинов (Зәйнетдин), Ғәзим Ильясов, Халыҡ-ара вокал конкурстар лауреаттары, моңло йырсыларыбыҙ Ян Лира, Зилә Лира, Стәрлетамаҡ филармония солисы Айгиз Уйылданов, “Ашҡаҙар”, “Хазина” башҡорт эстрада-фольклор төркөмдәре, Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре, Бейеү театры, “Торатау” балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡа һәләтле башҡарыусыларыбыҙ сығыш яһаясаҡ!
Юбилей кисәһендә шулай уҡ “Ашҡаҙар” гәзитенә 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыусылар араһында “Ҡайынҡай” (“Березка”) шифаханыһына юллама уйнатыласаҡ. Еңеүсенең сәхнәлә булыуы мотлаҡ, юғиҙә бүләктең икенсе кешегә тапшырылыуы ихтимал. Сәхнә түрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы приздарына ойошторолған “Хатаһыҙ ҡала” һәм башҡа конкурстарҙың еңеүселәре тәбрикләнәсәк. Шуға бөгөндән һуңға ҡалдырмай беҙгә үҙегеҙҙең гәзиткә яҙылыу квитанцияларығыҙҙы, “Хатаһыҙ ҡала” конкурсына эштәрегеҙҙе ебәрә һалығыҙ!
Бынан тыш, һеҙҙе тамаша мәлендә гәзиттең тарихына, эстәлегенә бәйле башҡа шәп конкурстарыбыҙ ҙа көтөп ҡала. Әйткәндәй, һеҙҙе милли костюмда йәки милли билдә булған кейемдә килеүегеҙҙе һорайбыҙ, сөнки иң матур милли кейем хужаһына ла беҙ бүләктәр әҙерләнек.
Шулай итеп, 15 ғинуар, 15.00 сәғәттә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә осрашҡанға тиклем!
Сағыу тамашаға инеү бушлай!
0+