Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар , 11:49
2

Башҡортостанда шихандарҙан тюбингта шыуыу тыйылды

«Торатау» геопаркы етәкселеге рәсми иҫкәртеү менән сығыш яһаны.

Башҡортостанда шихандарҙан тюбингта шыуыу тыйылды
Башҡортостанда шихандарҙан тюбингта шыуыу тыйылды

Башҡортостанда йәшәүселәр Торатау итәгендә тюбингта шыуырға яйлашып алған. Ҡышҡы көнө күптәрҙең яратҡан уйыны «Торатау» геопаркы етәкселеген борсоуға һала. 

«Торатау – үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы, саф һауала йөрөү һәм фотосессиялар өсөн шәп урын. Әммә тау битләүҙәре йыһазландырылған спорт трассаһы түгел», — тип иҫкәртте етәкселек.

Торатауҙа ташҡа, ағастарға барып бәрелергә мөмкин.

«Яҡындағы махсус әҙерләнгән трасса «Ҡуштау» тау саңғыһы үҙәгендә урынлашҡан. Унда хәүефһеҙ һәм уңайлы ял итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған», — тип иҫкә төшөрҙөләр геопаркта.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас