Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
21 Января , 16:03

ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”

Уҙған аҙнала “Ашҡаҙар” гәзитенең 35 йәшенә арналған ҙур “Матбуғат байрамы” юбилей-концерт тамашаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының 260 йыллыҡ юбилейын, Рәсәйҙә Берҙәмлек йылын, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылын һәм Рәсәйматбуғаты көнөнә арналған байрамды үҙ эсенә алып, барса ҡала халҡын һоҡландырып, шаулап-гөрләп үтте. Сара Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә уҙҙы. 

ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”

Ҙур масштабта

Икенсе ҡаттың фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо, унда төрлө йылдарҙағы баҫма һәм фототехника урынлаштырылды, баҫма сыға башлағандан алып гәзит подшивкалары, ҡулдарына ҡорал тотоп үҙ илен һаҡлаусы
яҡташарыбыҙға арналған фото күргәҙмә ойошторолдо. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, БР журналистар Союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

Ҡаланың иҫ киткес вокалистары, музыканттары, йыр һәм бейеү коллективтары ҡатнашҡан байрам концерты “Ашҡаҙар”ҙың 35 йыллығына йыйылғандарҙың барыһына ла хуш килде. Сәхнәлә яратҡан артистарыбыҙ Башҡортостандың халыҡ артистары – Заһир Зәйнетдинов, Артур Туҡтағолов, Ғәзим Ильясов, махсус хәрби операция геройы, Бейеү театры солисы Руслан Әбделмәнов, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, билдәле йырсылар Зилә Лира, Ян Лира, Айгиз Уйылданов Алина Рай, ҡурайсы Азамат Асаинов, “Ашҡаҙар” эстрада-фольклор төркөмө, Бейеү театры, “Хазина” фольклор төркөмө, Ағинәйҙәр ансамбле һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Раил Лоҡманов һәм Лиана Лоҡманова етәкселегендәге “Торатау” балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнашты. Күркәм сараны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ишмөхәмәтов менән Гөлйемеш Ибраһимова алып барҙы. Күркәм сарабыҙҙы режиссер Хәлиҙә Абдрахманова сәхнәгә әҙерләп сығарҙы.

Тарихты кадрҙар булдыра

“Ашҡаҙар” бөгөнгө көнгә килеп еткәнсе ҡатмарлы үҫеш юлын үтә. Ул Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының баҫм  органы булараҡ ойошторола. Гәзитте булдырыу башланғысында Вил Ғүмәров, Рауил Ниғмәтуллин, Фаяз Йомағужин, Әлфиә Дилманова, тора. Төрлө йылдарҙа уны Әҡсән Хәлилов, Рим Ғәббәсов, Гөлнур Дәүләтйәрова етәкләне. Гөлдәр Собханғолова, Нәсимә Собханғолова, Кәрим Булат, Илдар Ҡунаҡбаев, Салауат Рәхмәтуллин, Римма Баймырҙина, Рөстәм Хәлимов, Эльдар Фәттәхов һәм башҡа һүҙ оҫталары эшләп өлгөрҙө. Тамаша бай тарихыбыҙҙы ла урап үтмәне һәм һанап үтелгән шәхестәр ижады менән үрелде. 2018 йылдан “Ашҡаҙар”ҙы Рәмил Мансуров етәкләй. Уның килеүе менән гәзит яңы һулыш алды, тираж артты, Интернетта һәм социаль селтәрҙәрҙә уҡыусылар һаны күбәйҙе. Баҫма ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше, мәҙәниәте, медицинаһы, мәғарифы, дине тураһында яҙа, ғаилә, тарихи, спорт темаларын яҡтырта. Гәзит айырыуса иғтибарҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүгә иғтибарҙы бүлә.

“Ашҡаҙар”ҙа тәжрибәле журналистар – Роза Сафина, Римма Ғәлимова, Гөлнара Зәйнетдинова, йәш журналист Гөлкәй Ҡыуатова, Әлфиә Мансурова, Гүзәл Рәмиева һәм башҡалар эшләй. Башҡорт телен, милли мәҙәниәтте һәм традицияларҙы
һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙәге гәзит ролен баһалап бөткөһөҙ, гәзитебеҙ һәр саҡ һүҙ һағында, милләт-ара дуҫлыҡ та бөркөлөп тора – был да тамаша литмотивы ине. Гәзиттең иң яҡшы яҙыусы хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ типография  хеҙмәткәрҙәренә, версткалаусыларға, корректорҙарға, инженерҙарға һәм компьютер йыйылмаһы операторҙарына, хатта хат ташыусыларға һәм гәзитте булдырыуҙа һәм таратыуҙа ҡатнашҡан башҡа хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырылды.

Барыһы ла һүҙҙән башлана

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов сараға йыйылыусыларҙы йылы сәләмләп, ҡала хакимиәте башлығы исеменән ихлас ҡотланы.

 – Тарихҡа күҙ һалһаҡ, “Ашҡаҙар” – ҡасандыр ҡала яҙыусылары нигеҙ һалған гәзит ул, баҫма шулай уҡ осло ҡәләм эйәләренең ижады өсөн майҙансыҡ булып тора, артабан ул ҡала гәзите тип үҙгәртелә. Утыҙ биш йыл эсендә журналистар ҡаланың һәр учреждениеһы, предприятиеһы тураһында эстәлекле мәҡәләләр яҙа, һәр ҙур саранан репортаждар яһай, бихисап хеҙмәт кешеләрен, һәләтле яҡташтарын яҡтырта, – тине Павел Николаевич. Артабан Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы  хакимиәтенең Почет грамотаһы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы киң мәғлүмәт сараларында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм шәхси юбилейы, редакцияның 35 йыллығы айҡанлы Стәрлетамаҡ
мәғлүмәт үҙәге акционерҙар йәмғиәте филиалы “Ашҡаҙар” гәзите сайты һәм верстка буйынса инженеры Гөлнара Турабай ҡыҙы Зәйнетдинова бүләкләнде.  Гөлнара Турабай ҡыҙы был коллективта 32 йыл эшләй. Гәзиттең версткаһы, дизайны, фотоһүрәттәр эшкәртеү, гәзиттең һигеҙ интернет-сығанағында материалдар баҫтырыу – былар барыһы ла Гөлнара Турабай ҡыҙының хеҙмәте булып тора.


Шулай уҡ тантана барышында “Ашҡаҙар” гәзите хәбәрсеһе, шағирә, Хәким Ғиләжев премияһы лауреаты Римма Ғаяз ҡыҙы Ғәлимоваға әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге уңыштары өсөн яҙыусы Ғәли Ибраһимов исемендәге премия тапшырылды. Римма Ғаяз ҡыҙы 1995 йылдан “Ашҡаҙар” гәзите хәбәрсеһе булып эшләй. Уның геройҙары – завод эшселәре, уҡытыусылар, табиптар, полиция һәм сауҙа хеҙмәткәрҙәре, троллейбус водителдәре һәм башҡалар. Ул шулай уҡ көнүҙәк социаль темаларҙы ла профессиональ рәүештә аса. Римма Ғаяз ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Артабан юбилей сиктәрендә гәзит биттәрендә ҡала округы хакимиәте башлығы призына
“Хатаһыҙ ҡала” конкурсында еңгән Нәзифә Мостафа ҡыҙы Иҫәнғужина бүләкләнде. Артабан сәхнәгә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе һәм Стәрлетамаҡ ҡала Советы депутаты Александр Владимирович Бабнищев
саҡырылды. Ул электрон йыйылма һәм верстка операторы Рәсимә Арыҫлан ҡыҙы Юлдашеваны БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советының Почет грамотаһы менән бүләкләне. Рәсимә Арыҫлан ҡыҙы компьютерҙар булмағанда, хәрефтәрҙе махсус линотипта – йыйыу станогында йыя. Баҫма өсөн хәрефтәрҙе ҡулдан махсус биттәргә ҡуйғанда, һүҙҙә хаталар булмаһын өсөн, бер генә хәреф тә биттән төшмәҫкә тейеш була. Рәсимә Арыҫлан ҡыҙы был бурысты бик яҡшы үтәй. Шулай уҡ электрон төҫ бүлеү операторы Василий Валерьевич Попов, өлкән бухгалтер Татьяна Александровна Кошелева һәм башҡаларҙың хеҙмәте лә баһаланды.

Стәрлетамаҡта башҡорт матбуғатының йөҙ йылдан ашыу тарихы бар! Сарала билдәләүенсә, 1914 йылда Стәрлетамаҡта “Боевой листок” сыға башлай, унда Беренсе донъя һуғышы көндәлек тормошо тураһында хәбәрҙәр баҫыла. 1917
йылдың майында Стәрлетамаҡта “Рабочий и Солдат” гәзитенә нигеҙ һалына. Бөгөн был баҫма “Стерлитамакский рабочий” тип атала. “Ашҡаҙар” гәзитен иһә Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының баҫма органы булараҡ сығара башланыҡ, ә
бөгөн уның ойоштороусыһы – БРҙың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” акционерҙар йәмғиәте. Бөгөн Башҡортостанда 600-ҙән ашыу киң мәғлүмәт сараһы теркәлгән, улар гәзит биттәрендә һәм интернет киңлектәрендә материалдар баҫтыра, сюжеттар төшөрә һәм алты телдә радиоэфирҙар әҙерләй. БР Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың башланғысы һәм ярҙамы менән республикалағы гәзиттәр
өсөн ҙур грант ярҙамы, төрлө премиялар булдырылды.

“Ашҡаҙар”ҙың юбилейы уңайынан Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов ҡотлау сәләме менән өндәште:

– Ҡәҙерле фекерҙәштәр, рухташтар, гәзит уҡыусылар! Һеҙҙе ошо матур байрам менән ҡотлайым. Бөгөн, технология, мәғлүмәт өлкәһендә бик күп үҙгәрештәр булып торған заман булыуға ҡарамаҫтан, гәзит үҙ тиражын, уҡыусыларын һаҡлап
алып ҡалырға тырыша, һанлы мөхиткә уңышлы яраҡлаша. Гәзитте ҡаланан һәм райондан ситтә лә уҡыйҙар. Уны интернет селтәрҙәре аша айына 150 меңдән ашыу кеше уҡый. 
Гәзит йәш булһа ла, еңеүҙәре байтаҡ! – тине Марат Әсҡәт улы. Артабан ул БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығының почет грамотаһы менән “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире урынбаҫары Әлфиә Марат ҡыҙы
Мансурованы бүләкләне. Әлфиә Марат ҡыҙы хеҙмәт юлын 2012 йылда “Стәрлебаш шишмәләре” гәзитендә тәржемәсе булып башлай. “Ашҡаҙар” гәзитендә эшен хәбәрсе булараҡ дауам итә, 2025 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын атҡара, гәзиттең контенты өсөн яуап бирә, төрлө сараларҙы ла яҡтыртып өлгөрә.

“Ашҡаҙар”ҙың баҫма версияһы хат ташыусылар, таратыу һәм яҙылыу буйынса агенттар аша уҡыусыһына барып етә, шулай уҡ учреждениеларҙа һәм предприятиеларҙа яҙылыу буйынса белгестәр ҙур ярҙам күрһәтә. Баҫмаға яҙылыу һәм таратыу буйынса партнерҙарыбыҙға ла рәхмәт хаттары тапшырылды. Артабан сәхнә түренә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллина саҡырылды һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда юғары һөнәри оҫталығы һәм әүҙем ҡатнашҡаны, шулай уҡ шәхси юбилейы уңайынан “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” акционерҙар йәмғиәте филиалы – Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры
Вадим Александрович Матюхинды бүләкләне.

Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” акционерҙар йәмғиәтенең почет грамотаһы менән тырыш хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн хәбәрсе Гөлкәй Илһам ҡыҙы Ҡыуатова бүләкләнде. Гөлкәй Илһам ҡыҙы “Ашҡаҙар” гәзитендә 2021 йылдан алып эшләй. Ул үҙенең көнүҙәк темаларға арналған аналитик мәҡәләләре, ҡала һәм район кешеләре хаҡындағы яҙмалары менән гәзит уҡыусыларының күңелен арнап алды һәм йәш шағирә булараҡ та таныла башланы.

Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” акционерҙар йәмғиәтенең Рәхмәт хаты менән тырыш хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн бүлек мөхәррире Гүзәл Марсель ҡыҙы Рәмиева бүләкләнде. Гүзәл Марсель ҡыҙы хеҙмәт юлын “Юшатыр” гәзитендә башланы. Бөгөн ул “Ашҡаҙар” гәзитендә бүлек мөхәррире вазифаһын атҡара. Гүзәл Марсель ҡыҙы гәзиттә матбуғатҡа яҙылыу, проекттар ойоштороу эштәре өсөн яуаплы. Үҙенең матур мәҡәләләре менән дә һөйөндөрә.

“Ашҡаҙар” гәзитенең утыҙ биш йыллығына арналаған саралар теҙмәһендә гәзит уҡыусы менән, шулай уҡ быуындар араһындағы бәйләнеште һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу  маҡсатында үткәрелгән “Минең әсәйем” һәм “Минең улым” конкурстары еңеүселәре лә (Вәхитовтар, Вәлитовтар) иғтибарһыҙ ҡалманы.

– “Ашҡаҙар” гәзитенә бөгөн зал тултырып рухи дуҫтары йыйылған, был баҫманың абруйын, уны яратыуҙы билдәләй, – тип әйтеп үтте үҙ сиратында Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы. Стәрлетамаҡ районында социаль проекттарҙы, ауыл эшсәндәре тормошон әүҙем яҡтыртҡан өсөн Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән “Ашҡаҙар” гәзите коллективын район хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина бүләкләне.
 

– “Ашҡаҙар” район һәм ҡала кешеләрен тоташтырып тотороусы рухи күпер! – тип йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрҙе еткерҙе Рита Мәҙәрик ҡыҙы. “Ашҡаҙар” гәзите коллективын ҡотлап, хатта журналистарҙың яҡташтары ла килеп етте был көндө. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Зиннәт улы Акилов “Ашҡаҙар” гәзите хәбәрсеһе Роза Миңлеәхмәт ҡыҙы Сафинаға күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте, күп йылдар милли һүҙ
һағында торғаны, башҡорт матбуғатын, мәҙәниәтен үҫтереүҙә күп көс һалғаны өсөн башҡорт милли йәмәғәтселегенең иң ҙур наградаларының береһе, Көйөргәҙе районының иң абруйлы милли шәхестәребеҙҙең береһе булған
Кинйә Арыҫланов миҙалын тапшырҙы. Роза Миңлеәхмәт ҡыҙы “Ашҡаҙар” гәзитендә 1992 йылдан алып эшләй. Шул хеҙмәт юлының 23 йылын ул мөхәррир урынбаҫары вазифаһын атҡарыуға бағышланы. Роза Миңлеәхмәт ҡыҙы
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Матбуғат байрамы айҡанлы, 31-се “Башҡортостан” уҡсылар полкы “Ашҡаҙар” гәзите коллективына, гуманитар ылау йыйып яу яланына алып барыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны, шулай уҡ гәзиттең һәр һанында махсус хәрби операция геройҙарын яҡтыртып барғаны өсөн, Рәхмәт хаты ебәрҙе. Уны Башҡортостандың хәрби журналистика ветераны, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзите баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов тапшырҙы.

– Мин “Ашҡаҙар” гәзитенең тарихы менән 90-сы йылдарҙан яҡындан танышмын. Бик матур гәзит сығараһығыҙ, бөгөнгө көндә “Ашҡаҙар” гәзитенең юғары кимәлгә еткән, “ир ҡорона ингән” мәле. Унда матур, ижади кешеләр эшләй, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы. Еңеү өсөн уртаҡ эштә редакцияның эштәре күп, әммә беҙ ҡәләм менән генә түгел, ҡулыбыҙға ҡорал да тотоп Еңеү яҡынайтабыҙ. Редакция водителе Анатолий Умов 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Ул, “Ашҡаҙар” гәзитен 35 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлап, яу яланынан видеояҙма менән мөрәжәғәт итте. Видеояҙмала “Орел”ыбыҙ менән “Башҡортостан” полкының шәхси состав менән эшләү буйынса командир урынбаҫары, киң
мәғлүмәт саралары буйынса куратор, яҡташыбыҙ, “Эмир” позывнойлы яугир Рәмил Рауилов ҡотланы.

Ҡәләмдәштәр һәм рухташтар


Башҡортостаныбыҙҙа бик күп төрлө гәзиттәр нәшер ителә, телевидение, радио эшләй. Шуларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, ут күршеләребеҙ “Стерлитамакский рабочий”, “Сельские нивы”, “Торатау”, шулай уҡ “Көнгәк”, “Путь Октября”, “Табын”, “Стәрлебаш шишмәләре”, шулай уҡ ҡалабыҙҙың интернет порталы “Итак-информация”, “Европа плюс” радиоһы, “Сити-Опен” ҡала порталы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте бүлеге вәкилдәре лә “Матбуғат байрамы”на ҡушылып, сарабыҙға йәм өҫтәне.

– “Ашҡаҙар”ға Ашҡаҙар йылғаһылай тәрән булып ҡалыуын, тыныс ҡына, әммә туҡтамай ағыуын теләйем, – тине бөтә коллегалары исеменән “Ашҡаҙар” радиоһы баш мөхәррире Рәйсә Абдуллина. Юбилей тантанаһына беҙҙең рухи
дуҫтарыбыҙ Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы, 3-сө башҡорт лицейинтернаты, Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәттәре үҙәге, ҡала башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Стәрлетамаҡ
бүлексәһе, Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты һәм гәзитебеҙҙең аҙашы “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге килеп тәбрикләп үттеләр.

– Ҡалабыҙҙың рухи гәүһәре булып тора “Ашҡаҙар” гәзите, – тип ихлас әйтеп үтте, мәҫәлән, А. Инан исемендәге башҡорттатар әҙәбиәттәре үҙәге директоры Гүзәл Ишбулдина. Гәзиттең юбилей сиктәрендә 2026 йылға “Ашҡаҙар”ға яҙылыу буйынса “35 йәшкә 35 дана” конкурсы ойошторған инек. Юбилей тантанаһында конкурсты йомғаҡлап, еңеүселәргә “Березка” шифаханаһына 25 мең һумлыҡ юлламаны шифахананың башҡарма директоры Олег Гәрәев тапшырҙы.

Ҡала мәктәптәре араһынан 60 дана гәзиткә яҙылып, 23-сө күп профилле полилингваль мәктәп еңеүсе тип танылды. Икенсе юллама 40 дана гәзит алдырған 62-се “Толпар” балалар баҡсаһына тапшырылды. Тағы бер юллама сәхнәнән
гәзит уҡыусылар араһында уйнатылды.

Быуындан-быуынға тапшырылған йола “Ашҡаҙар” гәзите сыға башлағандан алып, гәзит биттәрендә күпме данлы, уңған, өлгөлө, ишле, бәрәкәтле ғаиләләр хаҡында яҙылған икән. Йөҙ, мең... һанап та бөтөрлөк түгел. Ә бит ошо
күркәм ғаиләләр ҙә гәзитебеҙҙең тоғро уҡыусылары. Мәҫәлән, гәзитте өсөнсө-дүртенсе быуында уҡыған – Тимерғәлиевтар, Әүбәкировтар, Бирҙеғоловтар, Стәрлетамаҡ районынан Әлимбаевтарға рәхмәтлебеҙ. Уларҙы ла баш мөхәрриребеҙ
Рәмил Мансуров бүләкләп үтте.

– Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгәндән бирле, гәзитте тәүге һанынан уҡ алдырабыҙ. Өфөлә 90 йәшлек ҡәйнәм дә Стәрлетамаҡтың “Ашҡаҙар” гәзитен алып килдеңме, кейәү? – тип кенә тора. Шулай уҡ Ейәнсураға ҡайтҡанда ла “Ашҡаҙар” беҙҙең менән бергә ҡайта. Редакцияла эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә лә уңыштар теләйбеҙ, – тине Ирәндек Бирҙеғолов бөтә гәзит уҡыусылары исеменән.

– Ҡалабыҙҙың берҙән-бер башҡорт баҫмаһын артабан да бергәләп үҫтерәйек, – тине артабан Рәмил Ғәбдрәшит улы сараны йомғаҡлап.

Матур ҡотлау һүҙҙәренән үрелеп килгән матбуғат байрамы бик йәнле үтте. Был иҫ киткес сара “Ашҡаҙар” гәзитенең партнерҙары һәм дуҫтары ярҙамынан башҡа тормошҡа ашмаҫ ине, улар барыһы ла ошо байрамдың бағыусылары булараҡ сығыш яһаны. Уларға “Ашҡаҙар” гәзите хеҙмәткәрҙәре исеменән оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ! Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ тип, юлыбыҙҙы артабан дауам итәбеҙ!..


Гөлкәй ҠЫУАТОВА,
Римма ҒӘЛИМОВА,
Роза САФИНА әҙерләне.
Сергей КРАМСКОВ һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалы матбуғат хеҙмәте фотолары.

ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
ҠАЛАБЫҘҘЫҢ РУХИ ГӘҮҺӘРЕ УЛ – “АШҠАҘАР!”
Автор:
Читайте нас