Ул 1930 йылдың 7 ноябрендә Белорет районының Сәрмән ауылында тыуған. Марат Сәбит улының тормошо Стәрлетамаҡ менән тығыҙ бәйле. Ул 1965 йылдан 1979 йылға тиклем Стәрлетамаҡ ҡала халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын биләй. Марат Сәбит улы етәкселегендә 15 йыл эшләү дәүерендә ҡалабыҙ бик күп ыңғай үҙгәрештәр кисерә. Марат Муллағәлләмовтың ҡаҙаныштары юғары дәүләт наградалары менән дә билдәләнә.
Уның тураһында яҡты иҫтәлек ҡалабыҙ тарихында һәм республика халҡының күп быуындары йөрәгендә мәңге һаҡланасаҡ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, Стәрлетамаҡ ҡалаһы советы, Стәрлетамаҡ ветерандар советы.