

Бер нисә йыл элек махсус хәрбит операция биләмәһендә БПЛА-ға иҫәп тотмайҙар ине. Ә хәҙер хәрби хәрәкәттәр дрондарҙың һуғыш һөҙөмтәһен хәл итеү фазаһына күсә. Дрон операторҙары штурмлаусылар, артиллеристар һәм танкистар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, был ҡуйылған бурысты уңышлы үтәү мөмкинлеген бирә.
Был хаҡта «Башинформ» ға «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонының БПЛА взводы командиры, «Коса» позывниклы кесе лейтенант һөйләне.
— «БПЛА подразделениелары ысын хәрби ячейка. “Таптым, күрҙем, юҡ иттем” принцибы буйынса эш итәбеҙ, әммә артиллеристар, танкистар, штурмлаусылар, элемтәселәр, саперҙар менән тулыһынса үҙ — ара килешеп эш итәбеҙ», — тип билдәләне «Коса».
«Коса» — Белорет районының Инйәр ауылында тыуған. Өйөндә ул ата-әсәһенә ҙур хужалыҡ алып барырға ярҙам иткән, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған. Әммә буласаҡ командир алғы һыҙыҡтан һәм фронт яңылыҡтарына йышыраҡ иғтибар итә. Ниһайәт, 2023 йылда туғандарына Оборона министрлығы менән МХО-ла хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйыуы тураһында иғлан итә.
Ватанға хеҙмәт итеүҙе һайлаған «Коса» һәм республиканың башҡа йөҙҙәрсә һаҡсылары хәрби әҙерлекте «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында Һамар өлкәһендә үтә. Унда ул хәрби хәрәкәттәр театрында БПЛА роле тураһында белә. Яңы хәрби технологиялар менән һуғарыла, теманы ентекле өйрәнә. Инструкторҙар яңы хәрби хеҙмәткә алыныусының уңыштарға өлгәшеүен күреп ҡала һәм командирҙарға уны дрондар операторҙары сафына индерергә кәңәш итә.
«Коса» әйтеүенсә, яңы фән уға еңел бирелә, сөнки бала саҡтан уҡ электротехника менән мауыға. Шуға ҡарамаҫтан, яугир яңы хәрби һөнәрҙе көн һайын, сәғәт һайын үҙләштерә.
— Фронтта тәжрибәмде башҡаларға ҡарағанда күберәк осорға тырышыу менән тупланым. Дөрөҫөн әйткәндә, пультты бер кемгә лә бирмәҫкә тырыштым. Үҙ эшемдең оҫтаһы булырға теләйем. Ҡайһы берҙә иптәштәрем, һин барыһынан да күберәк осаһың, ә бит башҡаларға ла тәжрибә тупларға кәрәк, тип үпкәләберәк әйтә торғайны, — ти йылмайып “Коса”.
Һөҙөмтәлә яугир БПЛА операторҙары взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Бер йыл дауамында кесе лейтенант званиеһын ала. Хеҙмәт итеү осоронда ул һәм уның етәкселегендәге егеттәр хәрби бәйләнеш һыҙығында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
“Башинформ” менән әңгәмә ваҡытында “Коса” пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарының ниндәй критерийҙар буйынса һайланыуын аңлатты. Офицер әйтеүенсә, уның нисә йәштә булыуы мөһим. Операторҙар сафына 30-35 йәшкә тиклемге яугирҙарҙы алырға тырышалар. Икенсе төп мәл, компьютерҙарҙы һәм башҡа электрон техниканы һәйбәт белеү. Геймерҙар, әйткәндәй, талантлы дроноводтар булып китеүе мөмкин.
Кеше ныҡышмалы булһын, мөһиме шул. Беҙ, әлбиттә, позицияларыбыҙҙы үҙгәртеп торабыҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр күсәбеҙ һәм алға барабыҙ. Әммә башлыса бер урында эшләргә тура килә. Был бик күп ваҡыт талап итә, сөнки уяулыҡты, иғтибарлылыҡты һәм сабырлыҡты юғалтмау мөһим. Беҙ, һунарсылар кеүек, — тине яугир.
БПЛА операторҙары даими уҡыу үтеп тора, квалификацияһын арттыра. «Коса» билдәләүенсә, яугирҙар пилотһыҙ осоу аппараттары менән генә эшләмәй. Шулай уҡ хәрби тәғәйенләнештәге ер өҫтө, һыу һәм һыу аҫты ҡорамалдары ла бар.
— Хәрби хеҙмәткәр бөтә нәмәлә лә осорға өйрәнә: разведка коптерҙарынан, FPV-дрондарынан башлап, ҙур разведка самолеттарына тиклем. Алынған бөтә белем, тәжрибә һәм, әлбиттә, быны раҫлаусы сертификаттар мотлаҡ "гражданка"ла кәрәк буласаҡ. Тыныс тормошта пилотһыҙ осоу аппараттар күптән ҡулланыла инде. Алға китеш бер урында тормай. Минеңсә, махсус операция беҙҙең еңеү менән тамамлағандан һуң, “ҡоштар” һаны артасаҡ һәм уларҙы ҡулланыу ысулдары байтаҡҡа киңәйәсәк. Йөк, тауар ташыу, күҙәтеү. Ниңә юҡ? Ә алғы һыҙыҡта яңы дрондар көтөп торғанда, улар фронтҡа бик кәрәк, һәм БПЛА операторҙарын көтәбеҙ. Яҙылығыҙ, килегеҙ. Бергәләп еңеүҙе яҡынайтырбыҙ, — тине Ватаныбыҙ һәм беҙҙең тыныҡ һағында торған “Коса” позывнойлы яугир.