Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Ғинуар , 13:04

Мөрәжәғәтнамә буйынса фекерҙәр

30 ғинуарҙа булған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән һуң, Стәрлетамаҡ мәғариф бүлеге начальнигы Илшат ҠОТЛОШИН ошо хаҡта фекере менән уртаҡлашты.

Мөрәжәғәтнамә буйынса фекерҙәрМөрәжәғәтнамә буйынса фекерҙәр
Мөрәжәғәтнамә буйынса фекерҙәр

Илшат ҠОТЛОШИН, Стәрлетамаҡ мәғариф бүлеге начальнигы:
— Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә бихисап проблемалар күтәрелде, һәм 2025 йылға йомғаҡ яһап ҡына ҡалманы, ә иҡтисад, технология суверенитеты һәм социаль сәйәсәт дөйөм федераль тенденцияларға тап килгән һәм берҙәм алымдарға буйһонған төбәк үҫеше моделен тәҡдим итте. Уҙған йыл көсөргәнешле булды, әммә 2026 йыл да еңелдән булмаясаҡ, тип иҫкәртте БР етәксеһе Р.Хәбиров. “Әммә махсус хәрби операция тип беҙ тылдағы проблемаларҙы ситкә ҡуйып торорға тейеш түгел”, — тине Радий Хәбиров. Мөрәжәғәтнамә барышында республика үҫешенә лә ҙур иғтибар бүленде. Мәҫәлән, шул иҫәптән, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла йылдам үҫешә, ҡалабыҙҙың “Яр буйы” биҫтәһендә 1050 балалыҡ яңы мәктәп төҙөлөп ята, унда эштәрҙең яртыһы тиерлек тамамланған да инде, өҫтәүенә ҡалабыҙҙың 30,29,19,1,2,16,17 һанлы мәктәптәренә, 1-се лицейҙың беренсе колрпусына капиталь ремонт яһалды, социаль объекттар ҙа төҙөлә. Быларҙың барыһы ла балаларыбыҙға белем алырға уңайлы булһын өсөн эшләнә.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас