

Лилиә БИКМӘТОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары:
— Радий Фәрит улының бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһен тыңлап, шуны билдәләргә мөмкин, ул махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ла бөтә тарафтан да иғтибар итә һәм ағымдағы йылда, мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау кампанияһы ойошторола. Ошо компания юарышында Өфө ҡалаһы советына ла депутаттар һайлауға мотлаҡ МХО яугирҙары араһынан кандидаттар булыу мотлаҡ, шул иҫәптән беҙҙең партияға ла бындай йөкләмә бирелде. Ошо йәһәттән был бик шатлыҡлы яңылыҡ һәм улай ғына ла түгел, беҙҙең ҡалала ла миҫалдар бар. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ ҡала советында ла МХО геройҙары депут булып эшләй, улар араһында Константин Пашковский бар.