- Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып хәрби хәбәрселәр тураһында ҡанун ҡабул итте. Был закон журналистарға хәрби бәрелештәр барған урындарҙа эшләү өсөн хоҡуҡи нигеҙ булдыра һәм уларҙың статусын билдәләй.
Бөгөнгө көндә йөҙләгән коллегаларым махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙар араһында, репортаж туплай, ысын геройҙар менән аралаша. "Дөрөҫ мәғлүмәт ялғанға һәм фейктарға ҡаршы ҡорал булырға тейеш", - тине Радий Фәрит улы. Мин бының менән тулыһынса килешәм!