Ашҡаҙар
-24 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль , 18:13

Йәш яҡташыбыҙ шахмат буйынса Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яуланы

Өфөнөң Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһы уҡыусыһы Реана Кинйәбулатова шахмат буйынса Рәсәй беренселегендә көмөш миҙалға лайыҡ булды. 

Йәш яҡташыбыҙ шахмат буйынса Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яуланы
Йәш яҡташыбыҙ шахмат буйынса Рәсәй беренселегендә көмөш миҙал яуланы

Был хаҡта Ленин районы башлығы Олег Котов хәбәр итте.

Шахмат композицияларын сисеү буйынса беренселек Сочиҙа үтте. Турнирҙа илебеҙҙең 9-19 йәшлек иң көслө шахматсылар ҡатнашты. 9 йәшлек шахматсылар араһында Реана Кинйәбулатова көмөш призер булды.

Йәш шахматсы Өфөнөң «Толпар» клубында Рәсәй гроссмейстеры Урал Хәсәновта шөғөлләнә. Реана – Грузияла балалары араһында шахмат буйынса Донъя кубогы еңеүсеһе.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас