– Эмоцияларҙы ситкә ҡуйырға, айыҡ аҡыл менән эш итергә һәм төп мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Беҙҙең мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһын көсәйтеү тураһында уйлау зарур, – тине Радий Хәбиров. – Бының менән шөғөлләнәбеҙ, аныҡ саралар тураһында хәбәр итербеҙ. Хәҙер мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте бер кимәлгә арттырабыҙ. Бәхеткә күрә, ауыр эҙемтәләрһеҙ үткәреп ебәрҙек.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, тағы бер сара – профилактика.
– Мәктәпкә килгәндә, буллинг факты раҫланһа һәм мәктәп әһәмиәт бирмәһә, кадрҙар буйынса ҡарарҙар ҡабул итербеҙ. Әгәр мәктәптә быға юл ҡуялар һәм был ауыр эҙемтәләргә килтерә икән, тимәк, беҙ ошо кешеләр менән хушлашырға тейешбеҙ. Әлеге ваҡытта уҡыусыларҙың фекере буйынса мәғлүмәт туплана. Эш тамамланғас, тейешле ҡарар ҡабул итербеҙ, – тине республика Башлығы.
Башинформ.