Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
17 Февраля , 06:38

Күрмәй ҡалмағыҙ!

«Ҡоҙалар-ҡоҙасалар» (С.Латыпов), музыкаль комедия (12+)

Күрмәй ҡалмағыҙ!Күрмәй ҡалмағыҙ!
Күрмәй ҡалмағыҙ!

Һәр кем ғәзиз балаһының никахта бәхетле булыуын теләй. Кәләш алмай йөрөгән улдары Булаттың буйҙаҡ тормошона сик ҡуйыр өсөн, ата-әсәһе уны өйләндерергә ҡарар итеп, димсегә мөрәжәғәт итә. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған димсе Сара һәр кемгә тиң йәр табып бирә ала. 30-ға етеп барған Булатҡа ул ауылдан әрһеҙ, ҡыйыу, тәүәккәл “ҡарт” ҡыҙ Мадоннаны димләй.

 

Барыһы ла яҡшы булыр кеүек, тик көтөлмәгән ваҡиғалар барыһын да башынан алып аҙағына тиклем үҙгәртергә мәжбүр итә - туй булмаҫҡа тейеш! Ниңә, ни өсөн? Спектакль геройҙары бергәләп был буталсыҡ хәлдән сығыу юлдарын эҙләй.

 

Шаяртыуҙарға, йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә ҡоролған спектакль барыһын да әсир итәсәк! Күрмәй ҡалмағыҙ!

 

Тамаша 25 февралдә 19.00 сәғәттә Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 30В адресы буйынса үтәсәк. 

Күрмәй ҡалмағыҙ!
Күрмәй ҡалмағыҙ!
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас