

Күптән түгел «СВОем уме» программаһының сираттағы дәресе үткәрелгән. Программала тын алыу, бармаҡ һәм ҡытай гимнастикаһы, нейроштурм булған. Осрашыу эпоксид смолаһынан биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе менән тамамланған. Уҙған аҙнала ҡатнашыусылар футболкалар биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡан.
Проектта Төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала: әсәйҙәр, ҡатындар, геройҙарыбыҙҙың һеңлеләре. Проект ғәмәлдә булған аҙаҡҡы йыл эсендә Комитетҡа 50-нән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Бында һәр кемгә ярҙам итергә әҙерҙәр.
Адрес: Ҡара Диңгеҙ урамы, 10, «Дом СВОих».
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ватан яугирҙары ғаиләләре Комитеты мәғлүмәте буйынса