

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге һәм “Йөрәк ҡушыуы” буйынса ирекмәндәр ойошмаһы менән берлектә “Башҡортостан” полкына гуманитар йөк әҙерләп ебәрҙе. Техника, һаҡланыу селтәрҙәре, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тултырылыған еңел автомобиль полкка барып та етте инде. Гуманитар ылауҙы ялға ҡайтҡан “Старшой” позывнойлы яугир үҙе алып китте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығышынан:
– Барыһы ла Еңеү өсөн! Бөгөн беҙҙең тормошто ошо һүҙҙәр билдәләй. Беҙ берләшеп, яугирҙарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә тейешбеҙ!– Егеттәр яҙҙы: йөк барып еткән. Бындай ылауҙарҙы беҙ даими ебәреп торасаҡбыҙ! – тип билдәләп китте был йәһәттән Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире Рәмил Мансуров.
Г.РӘМИЕВА